Бөтә яңылыҡтар
10

Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында

Муниципаль районда бер нисә тиҫтә тыл ветераны “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл” миҙалы менән бүләкләнде.

Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында
Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында

Был инәй-бабайҙарҙың бала сағы колхозда, производствола эш менән үткән. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов ике ауылда тыл ветерандарына миҙалдар тапшырҙы. Сәлих ауылында беҙҙе 1930 йылда Ҡанаҡай ауылында тыуған Миңнур Халиҡова ҡаршы алды.

- Мине сәңгелдәктән алып өләсәйем тәрбиәләгән, ул вафат булғанда ете йәштә инем, - тип иҫкә ала инәй. – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда кешеләргә балаларын ҡараштым, баҫыуҙа эшләнем.

Әлеге мәлдә Миңнур инәйҙең 10 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре бар. Уны ҡыҙы Гөлдәр тәрбиәләй, ул да бик матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:

- Әсәйем Ҡанаҡайҙа йәшәгән сағында сөгөлдөр эшләне, быҙау ҡараны. Беҙҙе лә төрлө эшкә өйрәтте. Сәлихҡа йәшәргә күсеп килгәс, һарыҡтар ҡараны.

Ошо уҡ ауылда бер нисә өй аша Флүрә Арыҫланова йәшәй, ул 1929 йылғы. Беҙҙе яҡты, тәҙрә төптәре аллы-гөллө сәскәләр менән тулы йортта йылмайып ҡаршы алдылар. Был инәйҙең дә бала сағы көнө-төнө колхоз эше менән үткән. Етмәһә, атаһы уға тиклем һөргәнгә ебәрелгән булған. Флүрә Тимерғәле ҡыҙы 20 йыл һатыусы булып эшләгән, улар тормош иптәше Миңлегәрәй ағай менән биш балаға ғүмер биргән, барыһын да уҡытып сығарып, оло тормош юлына баҫтырған. Балаларҙың атаһы төрлө йылдарҙа колхозда бригадир, ферма мөдире булып эшләгән. Әлеге мәлдә Флүрә инәйҙе ҡыҙы Венера тәрбиәләй, башҡа балалары ла форсат сыҡҡан һайын ҡайтып тора. Ирле-ҡатынлы Арыҫлановтар, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ эштәрен булдыра: ер алып, уны эшкәртә, күпләп мал аҫырай.

Артабан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында Герасимовтар ғаиләһендә булдыҡ. Унда беҙҙе 1928 йылғы Анна Герасимованың Лидия, Нива килендәре һәм улы Александр ҡаршы алды. Анна Григорьевна яңыраҡ инсульт кисерһә лә, беҙҙең менән аралашыуҙан баш тартманы.

- Әсәйем Стәрлетамаҡ районының Любовка ауылында хеҙмәтсәндәр ғаиләһендә тыуған. 1938 йылда ауылдың яртыһы Урман-Бишҡаҙаҡҡа күсеп ултыра, - тип уртаҡлашты Александр Николаевич. – Улар шунда уҡ эшкә тотоноп, колхозды тергеҙергә ярҙам итә, үҙҙәренә йорттар һалып инә. Әсәйем менән атайым өс ҡыҙға һәм өс улға ғүмер биргән. Балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытып сығарҙылар. Бөтә улдары ла ауылда йәшәй, килендәре инәйҙе кем уҙарҙан тырышып ҡарай.

Шуныһы ҡыҙғаныс, Лидия һәм Александр Герасимовтар 14 мартта махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған улдарын Сергейҙы ерләгән. Уларҙың ғаиләһенә сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ.


Автор фотолары

Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында
Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында
Оло ихтирамға лайыҡ яҡташтарыбыҙ хаҡында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: