Еңеү өсөн илдең төрлө мөйөштәренән һигеҙ команда көрәшәсәк. Ишембайға Пермь һәм Приморье крайынан, Нижегородҡа, Пенза, Ҡурған, Һарытау һәм Ленинград өлкәләренән йәш хоккейсылар килде. Ҡалабыҙ исеменән турнирҙа «Легион» командаһы сығыш яһай. Уйындар 7 апрелгә тиклем дауам итә.
Ишембай егеттәрен алҡышларға һәм сағыу хоккей алыштарынан ләззәт алырға килегеҙ!
Автор фотоһы һәм видеоһы.
12+