Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡыйыулыҡ һәм ихтыяр көсө тураһында

Александр Лесовой яҡшы эш урынын ҡалдырып, махсус хәрби операция башланыу менән йөрәк ҡушыуы буйынса Минеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт батальонына ирекмән булып ҡушыла.

Ҡыйыулыҡ һәм ихтыяр көсө тураһында
Ҡыйыулыҡ һәм ихтыяр көсө тураһында

Замполит вазифаһында ул яңы яугирҙарҙы өйрәтә, ротаның хәрби торошона яуаплы була, үҙе артынан һалдаттарҙы дошмандарға ҡаршы алып бара. Беренсе ҡаты яраланыуҙан һуң бер нисә ай үткәс Лесовой йәнә сафҡа баҫа. Көслө рух һәм хәрби хеҙмәткә ҡарашы арҡаһында лейтенантҡа Дух ҡушаматы бирәләр.

Олатаһынан өлгө ала

Александр һәм уның әсәһе Лилиә Зәки ҡыҙы менән беҙ мәктәптә байрамдарҙа осрашабыҙ. Әйткәндәй, уларҙың күп балалы ғаиләһе бәләкәйҙән дөйөм мәктәп тормошонда һәм ҡалала үткән сараларҙа йыш ҡатнаша. Лилиә Лесовая бер бөртөк улының көслө характеры тап шул осорҙа формалашыуын әле яҡшы аңлай.

- Саша бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, эшсән һәм маҡсатлы булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатаһына ҡарап улыбыҙ илһөйәр булып үҫте. Саша олатаһының алдына ултырып, һуғыш тураһында һөйләгәндәрен тыңларға ярата торғайны, - ти яугирҙың әсәһе. - Ошо аралашыуҙар улыбыҙҙы дәртләндерҙе һәм ул, мәктәптән һуң, ҙур конкурсҡа ҡарамай, Башҡорт дәүләт университетының хәрби кафедраһына уҡырға инергә булды.

Аҙаҡ та Александрҙың тормошо ыңғай бара: ул илебеҙҙең иң ҙур нефть компанияларының береһендә эшләй. Яҡшы эш урынын ҡалдырып, алғы һыҙатҡа китеү ҡарары ғаилә өсөн көтөлмәгән хәбәр була.

- Махсус хәрби операция башланғас беҙ Шайморатов исемендәге беренсе батальон тупланыуы тураһында телевизорҙан ҡарап белдек. Йәш егеттәрҙе йәлләп йөрәгем илай ине, - тип иҫенә төшөрә Лилиә Зәки ҡыҙы. - Ә Саша бер ни өндәшмәне. Ул шул ваҡытта уҡ ирекмән булып яҙылып, ошо көндәрҙә юлға сығырға тейеш булған
икән.

Яугир ата-әсәһенә МХО-ға китеүен әйтмәй. Был хәбәрҙе улар йорттарынан йөҙәрләгән километр алыҫлыҡта, ял иткән мәлдә генә белә.

- Саша атаһына әйтә. Ә ирем мине был хәбәргә бер нисек тә әҙерләй алмай, - тип һүҙен дауам итә Ватан һаҡсыһы әсәһе. - Сираттағы тапҡыр видео буйынса шылтыратҡанында хәрби кейемдә була, ә артында казарма һәм һалдаттар күренә. Шулай итеп мин уның ирекмән булып китеүен һәм әле уҡыуҙа булыуын белдем. Күңелемә шул тиклем ҡыйын ине, хатта һөйләшеп бөтә алманым.

Яугирҙарға ышаныслы терәк

Александр белдереүенсә, хәрби комиссариатҡа ул 2022 йылдың июлендә бара. Үҙ перспективаһын ул яҡшы аңлай: әрмелә хеҙмәт итмәгән, хәрби тәжрибәһе юҡ, шуға ла рядовой званиеһына ғына өмөт итә ала. Әммә военком уҡымышлы һәм тыныс ирҙә көслө рух һәм лидерлыҡ сифаттарын күрә.

- Военкоматта миңә офицерҙар кәрәклеген әйттеләр, йәғни үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған кешеләр. Шулай итеп мин лейтенант званиеһында батальонға алындым, - тип аңлата Лесовой. - Махсус хәрби операцияға хәрби-сәйәсәт эше буйынса рота командиры урынбаҫары вазифаһында барҙым. Мин һуғыштың нимә икәнен яҡшы белә һәм ҡулында пистолет менән үҙ артынан яуға һалдаттарҙы алып барасаҡ замполитты күҙ алдына килтерә инем. Әммә беҙҙе икенсе ысынбарлыҡ көтә ине. Шулай ҙа иң мөһиме мин ротаның хәрби рухын күтәреп, һалдаттарға ышаныслы терәк, өлгө булырға тейеш инем. Мин һәр саҡ яугирҙарға: «Беҙ бында йәшәр өсөн килдек», - тип әйтә инем. Ошо уй менән беҙ йоҡларға ятып, алышҡа бара инек.

Херсонда Александр тәүге тапҡыр яралана. Уның үпкәһе яралана, ҡабырғалары һына, артерияһы зыян күрә, шуға ла бик күп ҡанын юғалта. Бәхеткә күрә, йөрәгенә теймәй ҡала. Лилиә Зәки ҡыҙы хәтерләүенсә, дауаланыуҙан һуң улын йәнә махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу бигерәк ауыр була:

- Беҙ тимер юл вокзалына килдек. Саша вагонға инеп әйберҙәрен ҡалдырып, беҙҙең менән хушлашырға сығам, тине. Тик ул сыҡманы.

Көслө Рәсәй өсөн

2023 йылда Бахмут эргәһендә ҡаты алыштар була. Яҡташыбыҙ дошман менән күҙгә-күҙ осраша, тип әйтергә була.

- Мин бер ышыҡ табып, үҙебеҙҙекеләргә мәғлүмәт еткерә башланым. Ә дошмандар миңә снарядтар ырғыта. Дүртенсеһе арҡама эләкте, уның аша үтеп, эре артерияға бер нисә миллиметр ғына етмәй туҡтаны. Был юлы ла мин иҫән ҡалдым, - ти Александр.

Ул алты километр тирәһе йәйәүләп атлап яу яланынан үҙаллы сыға. Икенсе яраланыуҙан һуң Ишембай яугиры өйгә ҡайтарыла.

Хәҙер махсус хәрби операция ветераны ваҡытын ғаиләһе һәм яратҡан ҡыҙы менән үткәрә. Мәктәптәрҙә уҙғарылған илһөйәрлек дәрестәрендә ҡатнаша, йәштәр менән хәрби-илһөйәрлек эшен дауам итергә һәм яу яланынан ҡайтҡан хәрбиҙәргә ярҙам итергә планлаштыра. Ишембайҙан Шайморатов батальоны яугирҙары тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү - уның тағы бер маҡсаты. Александр Лесовой махсус хәрби операция тураһында дөрөҫөн һөйләргә ҡурҡмай. Үҙ фекерен ул үҙ тәжрибәһенән сығып булдырған.

- Ҡайһы бер кешеләр был беҙҙең һуғыш түгел, тиҙәр. Тик улар махсус хәрби операцияла беҙ ярты донъя менән көрәшкәнде аңламай. Мин унда булдым, башҡа илдәрҙең шеврондарын күрҙем, сит илдә һөйләшкәндәрен ишеттем. Көслө ил булараҡ, беҙ үҙ бөйөклөгөбөҙҙө күрһәтергә тейеш, - ти мәҡәләм геройы. - Махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланғас, бөтәһе лә "Беҙ еңдек!" тип әйтәсәк. Был көн бик тиҙҙән етәсәгенә ышанам.


Автор һәм мәҡәлә геройы архивынан фотолар.

Ҡыйыулыҡ һәм ихтыяр көсө тураһында
Ҡыйыулыҡ һәм ихтыяр көсө тураһында
Автор:Алёна Чернова
Читайте нас: