Спорт
4 Апрель 2025, 07:00

Дуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Алға – сәскә атҡан Башҡортостанға!” проекты сиктәрендә Ишембайҙың күренекле спортсылары менән танышыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө материалдың геройы-Максим Ковешников, көрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, Бөтә Рәсәй ярыштарының көмөш призеры.

Дуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләрДуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләр
Дуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләр

Сығышы менән ул Красноусолдан, бөгөнгө көндә Ишембай нефть колледжында “Нефть һәм газ скважиналарын быраулаусы” һөнәре буйынса икенсе курста уҡый. Максим спорт менән бала сағынан мауыға.

- Алты йәшемдә видеоларҙан көрәшселәрҙең сығышын ҡарарға ярата торғайным һәм икенсе класта уҡығанда нәҡ ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә ҡарар иттем. Красноусолда спорт секциялары бик күп булманы, уларҙың береһендә көрәшкә өйрәтәләр ине. Шуға яҙылдым, миңә бик оҡшаны. Унан тыш еңел атлетика, баскетбол менән дә шөғөлләндем, әммә көрәшкә һөйөү барыбер көслөрәк булып сыҡты, – ти егет.

Көрәш - ике көрәшсенең ҡапма-ҡаршы тороп бер-береһенең биле аша билбауҙы ике ҡул менән эләктереп, үҙ-ара алышыуы. Максим спорт уның йәшәү рәүешенә әйләнеүен, күнекмәләр, ярыштарҙа сығыш яһау өсөн көн режимы ла, туҡланыу ҙа, хатта ял да яраҡлаштырылыуын билдәләне.

- Мин фастфуд ашамайым һәм газлы һыу эсмәйем, сөнки был һаулыҡҡа кире йоғонто яһай, гастрит барлыҡҡа килеүе ихтимал, ул спорт менән шөғөлләнергә ҡамасаулай. Ғөмүмән, спорттың һәр төрөндә үҙ-үҙеңде дисциплинала тотоу мөһим. Мин үҙ тормошомдо көрәшһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әгәр күнекмәләр һәм дуҫтарым менән аралашыуҙы һайлау мөмкинлеге булһа, әлбиттә, беренсеһен һайлаясаҡмын. Колледжды тамамлағас, армияға барырға, һуңынан юғары уҡыу йортона инергә һәм һөнәрем буйынса эшләргә ниәтләйем. Һәр предприятиела спорт менән шөғөлләнеү, ярыштарҙа сығыш яһау мөмкинлеге барҙыр, тип уйлайым. Артабан да көрәш менән шөғөлләнеүҙе ташламаясаҡмын, - ти спортсы.

Максим аҙнаһына дүрт көн өсәр сәғәт күнекмәләр яһай.

- Ярыштарҙа иң мөһиме - алыштың барышына иғтибарҙы һаҡлап ҡалыу һәләте, - ти ул. - Бөтә Рәсәй ярыштарында Ырымбур егете менән көрәшкәнемде хәтерләйем. 4:2 иҫәбе менән алда бара инем. Ниндәйҙер мәлдә бер секундҡа ғына иғтибарымды ситкә йүнәлттем. Шул арҡала ике мәрәйҙе юғалттым, һәм һуңғы һөҙөмтә буйынса еңеүҙе дәғүәсемә бирҙеләр. Үкенесле булды, әммә мин хатамды анализланым, һәм тиҙҙән реванш алыу мөмкинлеге килеп тыуҙы. Артабанғы ярыштарҙа уның менән йәнә бергә алышырға тура килде. Мин иғтибарлы булдым һәм хәлде контролдә тоттом, һөҙөмтәлә еңеү яуланым. Ошоноң менән спорт миңә оҡшай ҙа инде. Ул характерҙы, ихтыяр көсөн, һөҙөмтәгә иғтибарыңды туплау һәләтен үҫтерә.

Шулай уҡ егет спорт уға һау-сәләмәт булырға мөмкинлек бирә, тип ышана. 

- Күнекмәләр яһағанда ғына үҙемде яҡшы тоям. Төп күнекмәләрҙән тыш, дөйөм физик форманы һаҡлау өсөн йүгерәм. Мин тормошомдо спортһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Максим Ковешников.


Фотолар М. Ковешников архивынан.

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2025

Дуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләр
Дуҫтар менән осрашыу урынына - күнекмәләр
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас