Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Апрель 2025, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

3 апрель көндө күп функциялы Этҡол ауылы клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам туплау ойошторолдо. Гөлфинә Ғибәҙуллина, Зөлфиә Яҡупова, Дамира Хәйруллина, Рәйлә Иманғолова, Шәһиҙә Ғайфуллина, Фәриҙә Фәхретдинова ил һаҡсыларына туҡмас ҡырҡып әҙерләне.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Бөгөнгө көндә һәр кем ҡулынан килгәнсә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә тырыша. Изге эштең иртәһе-кисе юҡ, тигәндәй, уның йәше һәм милләте лә юҡ. Бынан 80 йыл элек ата-бабаларыбыҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышына ҙур өлөш индереп, Еңеүҙе яҡынайтһа, бөгөн беҙ яу яланында булған яҡташтарыбыҙға терәк булырға бурыслыбыҙ.

Яугирҙарыбыҙға иҫән һау тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп көтөп ҡалабыҙ. Берҙамлектә - көс! Беҙ бергә!

 

Фото: https://vk.com/itkulovskyclub

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Этҡол ауылы күп функциялы клубы.
Читайте нас