Буласаҡ иҫтәлекле урын проектын төҙөү эштәрен Мәскәүҙән бер үк архитекторҙар командаһы башҡара. Стела авторҙары Денис Стритович һәм Кирилл Сокольский Ишембайҙа архитектура композицияһын төҙөү өсөн потенциаль майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты һәм район хакимиәте башлығы менән осрашты.
Ишембай – ҙур булмаған ҡала, уны бер сәғәт эсендә урап сығырға мөмкин. Шуға күрә буласаҡ стела өсөн урын мотлаҡ үҙәктә булырға тейеш түгел. Әле проект авторҙары ике майҙансыҡ күҙ уңында тота: Ағиҙел яры буйына алып барған аллея һәм Блохин исемендәге сквер. Уларҙың икеһе лә лайыҡлы, тип билдәләнеләр баш ҡала ҡунаҡтары. Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаларындағы бөтә стелалар ҙа оҡшаш һәм берҙәм йөкмәткеле булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе айырым үҙенсәлеккә эйә. Архитекторҙар алдында билдәле персонаждар, эшселәр, документаль хроника аша тораҡ пункттың тарихын һөйләү бурысы тора.
Майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң делегация район хакимиәтендә эшен дауам итте, унда ҡаланың тарихын өйрәнделәр. Ҡунаҡтарға баҫыуҙағы тәүге вышкалар, барактарҙа һәм землянкаларҙа йәшәгән кешеләр, нефть сығарыуҙа эшләгән тотош ғаиләләр тураһында ентекле һөйләнеләр.
- Проекттың бурысы изге: беҙ ул дәүерҙәге ишембайҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен һүрәтләргә тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Денис Стритович. - Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен, тотош бригадаларҙы һәм инженерҙарҙы күрһәтергә, ҡала тарихындағы ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрөргә теләйбеҙ.
Бының өсөн беҙ танылған образдарҙы эҙләйбеҙ, улар тылда батырлыҡ темаһын мөмкин тиклем асырға ярҙам итәсәк.
Азат Ишемғолов менән осрашыу барышында архитекторҙар проекттың иҡтисади өлөшөн дә тикшерҙе. Ул һайланған материалдарға, композицияның ҙурлығына, ижади ҡарарҙарҙың ҡатмарлылығына бәйле буласаҡ. Бынан тыш, эргә-тирәләге территория ла үҙгәрергә тейеш.
- Материалдарға килгәндә, әле бер нисә вариант бар, – тип уртаҡлашты Денис Стритович. Мәҫәлән, әгәр беҙ ошо майҙансыҡта туҡтаһаҡ, был мозаика панноһы булыуы мөмкин, ул Блохин һәйкәле менән тап киләсәк. Бынан тыш, нефть текстураһын күрһәтергә теләйбеҙ – быны ҡырҡылған алюминий, ҡара таш тоҡомдары ярҙамында эшләргә мөмкин. Стела үҙе, минеңсә, эстән яҡтылыҡ менән һуғарылырға тейеш, был төндә лә матур күренә. Әйткәндәй, күпселек ҡалаларҙа беҙ ошо технологияны ҡулланабыҙ.
Дизайн әҙер булғас, беҙ уны кураторҙарыбыҙға – Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенә һәм президент аппаратына тәҡдим итәсәкбеҙ. Шул саҡта майҙансыҡ, архитектура өлөшө һәм стеланың үҙе раҫланасаҡ, - тип йомғаҡ яһаны Денис Стритович.