Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Март , 15:00

Ремонтһыҙ уңайлылыҡ та булмаясаҡ

Ышаныслы ҡыйыҡ, уңайлы подъезд, хәүефһеҙ электр үткәргесе – былар барыһы ла күп фатирлы йортта йәшәү өсөн тәбиғи шарттар булып күренә. Әлегә барыһы ла төҙөк, был хаҡта тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү өсөн сәбәп юҡ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында хатта иң ныҡлы йорттарҙың да иҫкереүе - икенсе мәсьәлә. Һәм бына электр үткәргесен алмаштырырға, яңы лифт ҡуйырға кәрәк, подъезд тәҙрәләрен яңыртыу ҙа ҡамасауламаҫ ине.

Ремонтһыҙ уңайлылыҡ та булмаясаҡ
Ремонтһыҙ уңайлылыҡ та булмаясаҡ

Ҡайһы бер ваҡ эштәрҙе ағымдағы ремонт аҡсалары иҫәбенә башҡарырға мөмкин, әммә ҡиммәтле проекттарҙы (мәҫәлән, ҡыйыҡты йәки лифттарҙы алмаштырыу) тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Бының өсөн Рәсәйҙә 10 йылдан ашыу Капиталь ремонт фонды эшләй - ай һайын фатир хужалары унда үҙ иғәнәләрен күсерә. Башҡортостанда уларҙы йыйыу һәм эштәрҙе башҡарыу менән “БР-ҙың күп фатирлы йорттарында дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” (БР-ҙың төбәк операторы») шөғөлләнә.

Тарифтар төрлөсә 

2022 йылдан граждандар өсөн капиталь ремонтҡа иғәнәләр күләме үҙгәрешһеҙ ҡалды: фатирҙың һәр квадрат метры өсөн алтынсы ҡаттан бейегерәк булмаған йорттарҙа йәшәүселәр – 7,46 һум, юғарыраҡ күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ хужалары 8,10 һум түләне. 

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан капиталь ремонтҡа тариф күләме буйынса илдең 85 төбәге араһында 77-се урынды биләне. Йыл башынан алып Рәсәйҙең 74 субъектында тарифтар күтәрелде. Беҙҙең республикала ул үҙгәрешһеҙ ҡалды.

Әммә инфляция арҡаһында бөтә нәмә ҡиммәтләнә, шул иҫәптән төҙөлөш һәм биҙәү материалдары, шулай уҡ эш өсөн дә хаҡ арта. Әйтәйек, өс йыл элек һәм хәҙер 10 миллион һумға һатып алырға мөмкин булған төҙөлөш материалдарының күләме күпкә айырыла, тик бөгөнгө көн файҙаһына түгел. Күп кенә йорттар аҡса етмәү сәбәпле тейешле ремонтты көтөп ала алмай. Шуға күрә Башҡортостанда 2025 йылдың 1 майынан капиталь ремонтҡа тарифты күтәреү тураһында еңелдән булмаған ҡарар ҡабул ителде – ул алты ҡатлы һәм унан түбәнерәк йорттарҙа “бер квадрат” өсөн - 12,5 һум һәм юғарыраҡ күп фатирлы йорттарҙа 13,2 һумға тиклем артасаҡ. Шуның менән, иғәнәләр уртаса Рәсәй кимәлендә – 12,83 һум сиктәрендә буласаҡ.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торлаҡ фондын тейешле хәлдә тотоу, уның туҙыуына юл ҡуймау һәм планлаштырылған эш күләмен башҡарыу өсөн ошондай сараларға барырға тура килә, – тине “Башҡортостан Төбәк операторы” фондының генераль директоры урынбаҫары Асҡар Назыров тарифты арттырыуға аңлатма биреп.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә,
кире осраҡта күп йорттар оҙаҡ йылдарға капиталь
ремонтһыҙ ҡалыр ине, ә быға
юл ҡуйырға ярамай. Күп фатирлы йорттарҙың торошо насарая, был иртәгәме-һуңыраҡмы
ғәҙәттән тыш хәлгә килтереүе
ихтимал. Билдәле булыуынса,
проблемаларҙы хәл итеү ни тиклем оҙағыраҡҡа кисектерелһә, уларҙы бөтөрөү ҙә шул тиклем
ҡиммәтерәк торасаҡ.

Проблемалар һәм уларҙы хәл итеү

Ишембайҙа ремонт эштәре
талап ителгән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр
киҫекмәҫтән кәрәкле саралар
күреү мөһимлеген яҡшы аңлай.
Мәҫәлән, Докучаев урамында урынлашҡан 2-се йорттоң
рәйесе Юлиә Ғиниәтуллина
белдереүенсә, йорттоң ҡыйығы
2019 йылда капиталь ремонтлау республика программаһы
сиктәрендә яңыртылған. Йортта йәшәүселәр төҙөкләндереү
өсөн “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы»
коммерция булмаған фондына һаман булһа аҡса түләп
бөтмәгән, уларҙың бер өлөшө
генә быға яуаплы ҡарай.
- Күп фатирлы йорттарҙа
йәшәү шарттары киңәйтелгән
һайын уның электр селтәрҙәренә
лә ҙур көсөргәнеш төшә.
Үткәргестәр иҫке, сөнки беҙҙең
йорт 37 йыл элек төҙөлгән, - тип
белдерҙе Юлиә Ғиниәтуллина.
– Шуға күрә, электр тәьминәте
селтәрҙәренә лә ремонт
яһау талап ителә. Фондҡа
аҡса индереүҙәр ошо ремонт
эштәрен тиҙләтергә ярҙам итер
ине.
Революция урамында урынлашҡан биш ҡатлы 8Б йортонда
йәшәүселәрҙе лә ҡыйыҡ менән
булған проблема урап үтмәгән.
Бына улар нисә йыл инде ремонт тураһында хыяллана.
Ҡыйыҡтан үтәнән-үтә һыу ағып
тора. Татьяна Виденеева, 11 йыл
элек, “БР-ҙың төбәк операторы” ойошторолған саҡта, бында йәшәүселәр аҡсаны дөйөм
республика фондына түгел, ә
йортобоҙҙоң махсус иҫәбенә
күсерергә булды, тип аңлатты.
Ул саҡта закон буйынса рөхсәт
ителә ине. Ләкин ошо йылдар
эсендә хаҡтар ныҡлы артты,
хәҙер был йорттоң эштәрен
финанслау проблемаһы килеп
тыуҙы.
- Беҙ ниндәй генә ремонт
эштәре булмаһын, үҙаллы йырып сығырбыҙ, тип уйлағайныҡ.
Хатта киләсәккә план да
билдәләп ҡуйғайныҡ, - тип иҫкә
алды күп фатирлы йорт рәйесе
Татьяна Виденеева. – Ләкин
йыйылған аҡсалар аҙ булып
сыҡты. 2023 йылдың июнь айынан төбәк фондына түләй
башланыҡ. Беҙ яңы тарифтан
да күберәк аҡса индерергә
әҙербеҙ – йорттоң иҫке ҡыйығын
тиҙерәк ремонтлаһындар инде.
Дүртенсе ҡатта йәшәйем,
фатирға һыу үтеү сәбәпле,
миңә электр үткәргестәрен
алмаштырырға тура килде. Ә бишенсе ҡаттағыларҙың проблемаларын күҙ алдына килтерегеҙ!
Был беҙҙең төп мәсьәлә һәм
ул тиҙерәк хәл ителер, тип
ышанабыҙ. Әгәр фатирҙарға
ҡыйыҡтан һыу ағып торһа подъезда косметик ремонт яһауҙың
мәғәнәһе нимәлә? Ремонт
хәҙер ҡыйбат. Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, йортто йылыла, ҡорола
һәм уңайлы торошта тотоу
кәрәклеген барыһы ла аңлап
етмәй.

Белешмә

“Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” коммерция булмаған фонды БР Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылда
барлыҡҡа килә. Башҡортостанда 2014 йылдан 2055 йылға тиклем
капиталь ремонт программаһы раҫланған. Уның планына 17 141
күп фатирлы йорт индерелгән. 2025 йылға тиклем 50 процентҡа
яҡын йортта капиталь ремонт эшләнгән – был 1,366 миллион
кешенең йәшәү шарттары яҡшыртылған, тигән һүҙ. Түләүҙең минималь күләмен арттырыу капиталь ремонт фондын киңәйтергә
һәм йорттарҙы күберәк ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Максим ТОМИЛИН.
Читайте нас: