Сираттағы ифтар 24 март көндө уҙҙы. Ауылдаштар дини вәғәздәр тыңлап, бер-береһе менән аралашты. Шуныһы ҡыуаныслы - ҡаланан, башҡа ауылдарҙан да килеүселәр булды. Һәр кем милли аш-һыуҙан һығылып торған табындан ауыҙ итте.
"Илебеҙҙә тыныслыҡ тантана итһен, халҡыбыҙ имен тормошта бәхетле йәшәһен!" - тигән теләктәрен еткерҙе ифтарҙа ҡатнашыусы ауылдаштар.