

Баҫмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан иғлан ителгән таҡмаҡтар бәйгеһе халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был дәртле ярышта «Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективы үҙенсәлекле сығышы менән һөйөндөрҙө һәм абруйлы икенсе урынға лайыҡ булды. Милли йолаларҙы һаҡлаусы һәм тамашасы күңелен яулаусы һәләтле яҡташтарыбыҙ менән беҙ йылы әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙың һәр береһенең ҡарашында — милли мәҙәниәткә булған сикһеҙ яратыу, ә һәр һүҙендә — киләсәк быуын өсөн яуаплылыҡ тойғоһо сағыла.
«Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективы — Ишембай мәҙәниәт һарайында уңышлы эшләп килеүсе, районда танылған ысын ижад усағы. Быуаттарҙан килгән йыр-бейеүҙәргә яңы һулыш өрөүсе был төркөмгә Регина Төхвәтуллина етәкселек итә. Уның тырышлығы һәм ижади эҙләнеүҙәре аша коллектив ҡатнашыусылары боронғо ауыҙ-тел ижадын бөгөнгө заман тамашасыһына аңлайышлы һәм яҡын итеп еткерә ала. Таҡмаҡтар бәйгеһендә яуланған уңыш — ошо ҙур һәм лайыҡлы хеҙмәттең сираттағы емеше.
— Таҡмаҡ әйтеү — ул ябай йырлау ғына түгел, ул — уйын-көлкө аша халыҡтың аҡылын, тапҡырлығын еткереү. Беҙҙең өсөн бәйгелә яуланған икенсе урын — ҙур мәртәбә һәм артабанғы ижадыбыҙға яңы этәргес, — ти етәксе.
Регина Камил ҡыҙы Төхвәтуллина үҙенең 22 йыл ғүмерен ошо мәҙәниәт усағында хеҙмәт итеүгә — халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен үҫтереүгә һәм һаҡлауға бағышлаған. Ул — төбәгебеҙҙең мәҙәни тормошона баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индергән, һөнәренә сикһеҙ тоғро, бай тәжрибәле һәм юғары квалификациялы белгес. Үҙенең һөнәри юлын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу уның төп маҡсаты булып тора. 2004 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһын «Хор етәксеһе» белгеслеге буйынса тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 2018 йылда — бакалавр, ә 2021 йылда магистр дәрәжәләрен уңышлы яҡлай. Регина Камил ҡыҙы 2005 йылдан алып етәкләгән «Илһам» башҡорт эстрада төркөмө кесе һәм өлкән составтарҙы берләштерә. Төркөмдөң башҡорт, татар һәм рус телдәрендәге бай репертуары боронғо көйҙәрҙән алып заманса композицияларҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың ижады милләт-ара дуҫлыҡты нығыта һәм һәр мәҙәни сараның биҙәге булып тора. Бына өс йыл инде Регина Камил ҡыҙы районыбыҙҙың ғорурлығы булған «Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективын уңышлы етәкләп килә. Уның халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, быуаттар ҡатламынан килгән йыр-бейеү сәнғәтен ҡунаҡсыл итеп һаҡлауға һәм киләсәк быуындарға еткереүгә индергән өлөшө сикһеҙ.
— Өс йыл элек Зөлфиә Алламоратова эштән киткәс, күп йыллыҡ тарихы, үҙенсәлекле традициялары булған данлыҡлы коллективтың тарҡалыуына
юл ҡуймаҫ өсөн, етәкселек яуаплылығын үҙ иңемә алдым. Махсус фольклор белемем булмаһа ла, алдымда башҡа сара юҡ ине, халыҡ сәнғәтенә булған сикһеҙ мөхәббәтемә таянып, үҙемде һынап ҡарарға тәүәккәлләнем, — тип үткән һынаулы көндәрҙе йылмайып хәтергә ала Регина Камил ҡыҙы.
Ижадҡа үҙенсәлекле ҡарашлы, тырыш етәксе ҡулы аҫтында һәр бер репетиция мауыҡтырғыс дәрескә, ә һәр сығыш сәхнәлә яңыса яңғыраған ижади асышҡа
әүерелә. Был ҡанатлы ижад төркөмө етәксеһенең дәрте менән һуғарылып, яңынан-яңы бейеклектәр һәм сәнғәт үрҙәре яуларға тәрән көс-ҡеүәт ала.
— Коллективта шөғөлләнеүемә бер генә йыл булыуына ҡарамаҫтан, һәр репетицияға ҙур теләк менән йөрөйөм. Таҡмаҡтар конкурсына яҙған шиғырымды ҡулланып, бергә башҡарған хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен, — ти Нәсимә Хисаметдинова. — Еңеүебеҙ хаҡында иҫтәлек булып ҡалған «Торатау»
сәйнүге иһә хәҙер өҫтәлебеҙҙе биҙәй, сәйҙәребеҙҙе тағы ла тәмлерәк итә. «Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективының данлыҡлы тарихы алыҫ 1981 йылға барып тоташа. Тап ошо осорҙа Ишембай мәҙәниәт һарайында халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын, йыр-бейеүҙәрен ҡабаттан тергеҙеү, милли хазинаны киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында дәртле һәм оло йөрәкле кешеләр бергә йыйыла.
Халыҡ күңелен яулаған был оло ижад усағын тоҡандырыусылар, уның башында тороусы данлыҡлы ойоштороусылар — Таһир Ғилман улы Тайсин һәм Шәфей Ғәббәс улы Янбаев. Коллективтың юғары башҡарыу оҫталығы һәм бай репертуары иғтибарһыҙ ҡалмай: оло ижади ҡаҙаныштары өсөн 2003 йылда «Юрматы»ға «Халыҡ» тигән юғары һәм маҡтаулы исем бирелә.
Коллектив үҙенең тарихында төрлө сағыу осорҙар үтә. Быға тиклем төркөмдөң ижад ҡанаттарын нығытыуға Әлфиә Зөбәйерова һәм Зөлфиә Алламоратова һымаҡ һәләтле етәкселәр үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Әйткәндәй, коллективҡа тарихи тамырҙарҙы сағылдырған ҡотло «Юрматы» исемен нәҡ Әлфиә Зөбәйерова бүләк итә.
«Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективы — район һәм республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙың, ҙур концерт программаларының һәм абруйлы конкурстарҙың уртаһында ҡайнап йәшәүсе сағыу ижади төркөм.
Коллективтың юғары оҫталығы яңы еңеүҙәр менән даими раҫлана. Шулай итеп, ул «Халыҡ уйындары» район программалары фестивалендә ҙур уңышҡа
өлгәште. Күп һанлы үҙенсәлекле проекттар араһында «Юрматы» иң юғары награда — Гран-приға лайыҡ булды. Жюри хөкөмөнә артистар башҡорт халҡының ҡул эштәре нескәлектәрен сағылдырған «Аҫалы балаҫ һуғыу» йолаһы күренешен тәҡдим итеп, тамашасыларҙың да, белгестәрҙең дә күңелен яуланы.
Бынан тыш, һәләтле артистар «Торатау мираҫы» асыҡ район фестивалендә ҡатнашып, үҙҙәренең юғары дәрәжәһен тағы бер ҡат иҫбатланы һәм маҡтаулы икенсе урынға лайыҡ булды.
«Юрматы»ның репертуары бай һәм күп яҡлы. Нигеҙҙә, ул быуаттар дауамында һаҡланып килгән рухи хазиналарҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында тәбиғәткә хөрмәт һәм Ер-әсәгә сикһеҙ рәхмәт белдергән, халыҡтың уңғанлығын данлаған «Бесән башлау» кеүек йолалар айырым урын алып тора. Бындай милли ғөрөф-ғәҙәттәр тамашасыларҙы тамырҙарыбыҙға ҡайтара, йәш быуында ғорурлыҡ тойғоһо уята.
— Мәҙәниәт өлкәһенә 48 йыл ғүмеремде бағышлаһам, шуның 26 йылын тап ошо коллективта үткәрҙем. Регина Камил ҡыҙы — минең дүртенсе етәксем,
— ти баянсы Рәжәп Килмөхәмәтов. — Коллективыбыҙ бик татыу, берҙәм һәм дәртле, барыбыҙҙы ла башҡорт фольклорына булған оло һөйөү берләштерә. Һәр
кем эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, ваҡыт табып, бер-береһенә һәр саҡ ярҙам итеп, илһамландырып тора. «Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективы бөгөн дә ижад донъяһында яңы үрҙәр һәм бейеклектәр яулауын дауам итә. Регина Камил ҡыҙының оҫта ойоштороусылыҡ һәләте һәм талапсанлығы арҡаһында, коллектив һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла. Уның һәр сығышы сәхнәне ҡабатланмаҫ милли биҙәктәр, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу кейемдәр һәм баһалап бөткөһөҙ халыҡ рухы менән байыта. «Юрматы»ның сығыштары залда һәр саҡ көслө алҡыштар тыуҙыра һәм халыҡ күңелендә мәңгелек моң булып ҡала.
— Төркөмөбөҙҙә – 11 гүзәл зат һәм бер баянсы. Иң йәш йырсыбыҙға – 43, ә иң өлкәненә 73 йәш. Рәмилә апай Әсәҙуллина коллектив ойошторолғандан
бирле йөрөй. Арабыҙҙа ауылдарҙан килеп ҡатнашыусылар ҙа бар. Беҙ аҙнаһына ике тапҡыр осрашабыҙ. Йырларға тигән ихлас теләк булған ерҙә һәр ваҡыт моң тыуа, — ти етәксе Регина Төхвәтуллина. — Үҙегеҙҙә ошондай ижади ялҡын тойһағыҙ, дәрестәребеҙгә килегеҙ! Ишектәребеҙ һәр кем өсөн асыҡ.
«Юрматы»ның уңышы — ул быуындар бәйләнешенең үрнәге. Оло быуын вәкилдәренең тәжрибәһе менән йәштәрҙең дәрте береккән был коллективтың киләсәге өмөтлө. Улар халыҡ ижадын һаҡлаусы ғына түгел, ә уны киләсәк быуындарға тапшырыусы алтын күпер ҙә булып тора. Халҡыбыҙҙың рухи байлығын донъяға танытҡан уңған, һәләтле артистарыбыҙға артабан да илһам шишмәһенең һайыҡмауын, тамашасыларҙың йылы алҡыштарын һәм
сәнғәт донъяһында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Сығыштарығыҙ һәр ваҡыт халыҡ күңелен ҡыуандырһын, ә милли йолаларыбыҙ йәшәү көсө бирһен!
Фотолар шәхси архивтан.