Мәҙәниәт
22 Августа , 08:00

Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә

.

Туғанлыҡ көсө - шәжәрәләТуғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә

Юрматы ырыуынанмын,
Бөйөк Тәтегәс вариҫымын.
Ғәлиәкбәрҙән таралғанмын,
Ҡаным Ҡармыш тармағынан.
Кеше ни өсөн Ерҙә йәшәй?

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул барыһына ла өлгөрөргә, белергә, үҙе эшләп ҡарарға, һөйөнөргә, шатланырға, ҡайғы-хәсрәтте еңеп сығырға һәм иң мөһиме үҙе тураһында киләсәк быуынға яҡты иҫтәлек ҡалдырырға тырыша. «Әгәр үлгәс тә хәтергә алһындар тиһәң, иҫтәлекле нәҫел һәм эстәлекле китап яҙып ҡалдыр», - тигән боронғо аҡыл эйәләренең береһе. Тарих төпкөлөнә төшөп, шәжәрәңде барлау - ата-бабаларҙан ҡалған изге аманат ул. Сөнки үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ.

- Ай-һай, кемдәр былар, күпме халыҡ йыйылған!

- Танымайһыңмы ни, Бибиғәйшә, былар бит үҙебеҙҙең балалар! Ейәндәр, бүләләр!

- Собханаллаһ, машаллаһ! Ниндәй матур күренеш! Беҙҙең балалар, Ғәлиәкбәр! Әйтәгүр, йөҙҙәре яҡты, матурҙар, әллә ҡайҙан нур бөркөлөп тора!

- Улар Ерҙә беҙҙең тормошто дауам итеүселәр, Бибиғәйшә. Тимәк, беҙҙең ғүмер бушҡа үтмәгән!

- Эйе, Ғәлиәкбәр! Балаларыбыҙ күңел ишектәрен асып, рухтарын нығытып, шәжәрәһен барлай, ниндәй тантана! Һеҙ - беҙҙе алмаштырған быуын, ил-йортҡа бөгөн хужа булған кеше булығыҙ, тигән васыятыбыҙҙы тотоп, матур донъя көткән, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәгән нәҫелебеҙ! Әлхәмдүллилаһ!

Маҡар ауылында ойошторолған Ғилмановтарҙың шәжәрә байрамы Бибиғәйшә өләсәй һәм Ғәлиәкбәр олатайҙың исеменән импровизацияланған сығыш менән башланып китте. Гүйә, бөгөнгө нәҫелгә нисәмә йылдар төпкөлөнән сәләм, фатиха ауазы булды ул. Артабан йыйынды изге доға менән ошо ҡәүем кейәүе Рауил Шәрәфетдинов дауам итте. Күркәм сара нәҫел тамырҙарын барлап, нисәмә быуын ата-бабаларҙы өйрәнеп, туғандарҙы осраштырып, быға тиклем күрешмәгән йәш быуынды таныштырып, артабан үҙ-ара аралаштырыу маҡсатында ойошторолдо. Был көн Урман, халыҡ телендә Муҡшы тип йөрөтөлгән урам
үренә бер-бер артлы машиналар ағылды. Лилиә һәм Илфат Һиҙиәтовтар үҙҙәренең шәхси музейы – «Йорт» арт биләмәһендә туған-тыумасаһын йыйҙы. Хужалар ҙа, сараға ашҡынып килеүсе туғандар ҙа байрамға ихлас әҙерләнгәйне.

Бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрештеләр, балаларын таныштырҙылар, сәхнәләге туғанлыҡ ептәрен асыҡ күрһәткән оло шәжәрә баннерын ентекле өйрәнделәр. Ихата шат тауыштарҙан гөрләп торҙо.

Ирле-ҡатынлы Һиҙиәтовтар туғанлыҡ ептәрен барлау эшен февраль айында уҡ башлаған. Туғандарҙы туплап, Башҡортостан дәүләт архивы материалдары буйынса асыҡлау өсөн тарихсы яллап, тейешле сумманы күмәкләп күтәргәндәр. Шәжәрә ағасын төҙөү бик еңел эш түгел. Сөнки бының өсөн бөтә яҡын һәм алыҫ туғандарыңды белергә кәрәк. Барлыҡ хеҙмәтте яллаған тарихсыға ғына тапшырып булмай. Сөнки кешенең тыуыуына бер быуат тулһа ғына, уның тураһында мәғлүмәт архивҡа тапшырыла. Заманса осорҙоң шәжәрә ботаҡтарын үҙеңә тергеҙергә тура килә. Билдәле булыуынса, Ҡармыш бейҙең бишенсе быуынынан булған Бикбирҙе батыр Сүребаевтан Яхъя, Әхмәтйән һәм Ибраһим исемле улдары артабан Яхин, Әхмәтйәнов һәм Ибраһимов фамилиялы тармаҡтарға таралып китә. Уның улдарынан Әхмәтйән Бикберҙин (1833-1882 йй.) рәүиз яҙмаларына ҡарағанда, иң хәллеһе тип күрһәтелгән. Әхмәтйәндең өс ҡатыны булып, барлығы 11 балаһы тыуа. Уларҙан ни бары Миңлеямал, Хәйриямал һәм Ғәлиәкбәр генә тере ҡала, башҡалары бала сағында уҡ үлеп ҡала.

Иң ҡыҙығы, шәжәрәне теүәлләгәс, Ғилмановтарҙың, тарихи дөрөҫлөк буйынса, Әхмәтйәновтар булыуы асыҡлана. Ғәлиәкбәрҙең атаһы Әбүбәкер Әхмәтйәновтың төп сығышы һәм йәшәгән ере - Ибрай ауылы. Уның ҡатыны Мөбинә Иркәбай ҡыҙы Ғилманова Маҡар ҡыҙы була. Ире вафат булғас, ҡатын балалары менән тыуған ауылына күсеп ҡайта. Улар, әсәнең бер туғандары, йәғни Ғилмановтар араһында бергәбергә буй еткерә һәм ошо фамилия аҫтында документтарҙа рәсми теркәлә.

Һуғыш һәм тыл ветераны Ғәлиәкбәр уның ҡатыны Бибиғәйшә Иҙиәт ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы - Атауллина) Әхмәтйәновтарҙың алты балаһы донъяға килә – Ғәлиулла, Мәрйәм, Рәйлә, Хәйрулла, Рәмилә һәм Разия. Малайҙар бәләкәйҙән техникаға тартылып, ғүмер буйы Ғәлиулла – водитель, Хәйрулла механик булып эшләй. Ҡыҙҙарҙан Мәрйәм, Рәйлә, Разия һатыусы һөнәрен үҙ итһә, Рәмилә урман етештереү хужалығында хеҙмәткәр була. Байрамда нәҫел ебен дауам итеүсе һәр ул-ҡыҙҙың балаларына, кейәүҙәренә, килендәренә һүҙ бирелде – улар төркөм-төркөм булып сәхнә түренә күтәрелде. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ
араларында – педагогтар, табиптар, шәфҡәт туташтары, һатыусылар, төҙөүселәр, быраулаусылар, янғын һүндереүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәр, журналистар һәм башҡалар. Һәр сығыш матур концерт номеры менән тамамланды. Зөбәржәт Һиҙиәтова, Минебай Хәлитов, Илгиз һәм Илфат Һиҙиәтовтар, Әлфиә Мәүлетшина, Алан Хәмиҙуллин, Данияр һәм Альберт Зөбәйҙуллиндар, Мәликә һәм Искәндәр Һиҙиәтовтар - талантҡа бай нәҫелдең моңло йырсылары ла, өҙә баҫҡан бейеүселәре лә, гармунсылары ла, сәсән телле ижадсылары ла бар, баҡтиһәң. Шәжәрә сылбырының иң оло һәм йәш шәхестәре, иң оҙаҡ бергә ғүмер итеүсе ғаиләләре, юбилярҙары, һәләтле балалары билдәләнде. Байрам сараһын Илүзә Хәлитова иҫ китмәле оҫта һәм йәнле итеп алып барҙы.

«Игелекле нәҫел ҡалдыр» – был һүҙҙәр кешегә икеләтә бурыс йөкләй. Нәҫел-нәсәп тамырын төплө өйрәнеү, тарихи тамырҙарҙы онотмау, иҫкә алыу,
туғанлыҡ ептәрен өҙмәү айырыуса әлеге тынысһыҙ осорҙа ышаныс өҫтәй, тыуған илеңә, ереңә илһөйәрлек хистәрен уята. Йәнле табында ҡорбан ашы
менән тамаҡ ялғанды. Билбау аҫтын нығытып алғас, туғандар спорт ярыштарында ҡорт күселәй гөж килде. Өлкәндәр, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, салғы менән бесән сабыуҙа ярышты. Йәш килендәр, еңгәләр көйәнтәләп һыу ташыны, балалар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, арҡан тартышты, тоҡ кейеп йүгерҙе һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашты.

...Әле үткән быуатта ғына ауылдар гөрләп тора ине. Халыҡ, бер-береһе менән ихлас аралашып, ярҙамлашып, дуҫ йәшәне, өмәләргә, ҡунаҡтарға йөрөнө. Өйҙәрҙә йоҙаҡ та булманы, кемдә аш бешһә, шунда инеп, туғандар табын бүлеште. Ә бөгөн кеше күршеһендә кем йәшәгәнен дә белмәй, туған-тыумасаһы менән бигүк аралашмай. Алыҫ нәҫелдәрен бөтөнләй белмәйҙәр, өс туғандарын йыраҡ һанайҙар. Ҡайһы берәүҙәр туғандарҙың байы, файҙа килтергәндәйе менән генә аралаша. Ә борон халыҡ ете быуынын белгән, һәр кем үҙенең шәжәрәһен һаҡлаған. Шәжәрәңде юғалтыу хурлыҡ һаналған.

- Шәжәрәне барлағас, нәҫел тарихыбыҙҙа бөтөнләй рекруттар булмауы асыҡланды, – ти Лилиә Һиҙиәтова. – Тимәк, туғандарҙың байлыҡта, муллыҡта йәшәүенә ишаралыр. Сөнки мәжбүри хеҙмәткә ебәрмәҫ өсөн, хәлле башҡорттар улдарын ҙур күләмдә хаҡ түләп алып ҡала алғандар. Шулай уҡ, каторгаға оҙатылған кешеләр юҡ. Был инде нөҫелдең таҙа, енәйәттәрҙән, насар ғәмәлдәрҙән алыҫ булыуы хаҡында һөйләй. Аллаға шөкөр, минең өс йыл дауамында йөрөткән хыялым тормошҡа ашты. Ҡәйнәм Разия Ғәлиәкбәр ҡыҙының туғандарының донъясыл, ҡара тырыш, хеҙмәт һөйөүсәнлегенә килен булып төшкәндән алып һоҡландым һәм һуңғы йылдарҙа нәҫел шәжәрәһен тергеҙеп, уларҙы бер ҡорға йыйыу маҡсаты менән яндым. Сараға әҙерлек барышында туғандарҙың идеяны күтәреп алыуы, ихласлығы, байрамды ойоштороуға дәррәү ҡушылыуы хайран итте. Уны уҙғарыуҙа ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтлемен. Артабан да туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, нығытып, йышыраҡ осрашып торорға яҙһын!

Был байрам рухи берҙәмлекте арттырһын, йөрәктәргә йән йылыһы, һөйөнөс, изгелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ насип итһен!


Гөлнәзирә МӘҠСҮТОВА фотолары.

Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Туғанлыҡ көсө - шәжәрәлә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас