Мәҙәниәт
15 Августа , 10:00

Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде

Уҙған шәмбе районыбыҙҙан 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй Мәҡсүт ауылында гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлдеЙылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде

Сара ауылдың 300 йыллыҡ юбилейына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына бағышланды.

Ситтә йәшәгән яҡташтар ҡайтыуына ауылдаштар ныҡлы әҙерләнгәйне: һәр
кем үҙ ихатаһын һәм урамдарын тәртипкә
килтергән, ауыл осондағы йәшел аҡланда
тирмәләр ҡорған, сәхнә биҙәгән,
фотоһүрәттәр күргәҙмәһе булдырған.
Иртә менән тирә-яҡҡа дәртле көйҙәр
яңғырап торҙо. Ауылдың егәрле ҡатынҡыҙҙары ҡаҙан аҫып, хуш еҫле былау
бешерҙе, самауырҙары борхоп торҙо.
Байрамды ойоштороусылар абруйлы
ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли
аш-һыуы менән ихлас ҡаршы алды.
Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында БР
Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ
ижады үҙәге генераль директоры,
республиканың Ҡурайсылар союзы
рәйесе Салауат Кирәев, тарихсы, географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, ауылдың,
Юрматы ырыуының шәжәрәһен
төҙөүсе Марат Исмәғилев, башҡорт
ырыуҙарының ҡор башы Вельмир Аҙнаев,
Юрматы ырыуының Аҡһаҡалдар ҡорон
етәкләүсе Риф Иҫәнов, Башҡортостан
Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш
идаралығы кәңәшсеһе, Башҡорт ҡатынҡыҙҙар йәмғиәте рәйесенең беренсе
урынбаҫары Гөлнара Кирәева, Өфө фән
һәм технологиялар университетының
Стәрлетамаҡ филиалы доценты, физика һәм математика фәндәре кандидаты,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатынҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә
Йәғәфәрова-Исмәғилева һәм башҡалар
булды. Махсус хәрби операцияла
ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр
ветерандары булыуы сараға тағы ла
мәртәбә өҫтәне.
Муниципаль район хакимиәте
башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге үҫеше буйынса урынбаҫары Хәлим Хафизов сараны
асып, Бәләкәй Мәҡсүт ауылы халҡын байрам менән тәбрикләне. Ауыл тормошо
менән янып йәшәгән, уның үҫеше, именлеге өсөн тос өлөш индергән бер төркөм
ауылдаштарҙы район хакимиәтенең
маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән
бүләкләне. Шулай уҡ Һайран ауыл Советы хакимиәте башлығы Рөстәм Әминев
та ауылдың хеҙмәт ветерандарын, оло
быуын вәкилдәрен, егәрле ғаиләләрен,
мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә әүҙем
ҡатнашыусыларҙы ҡотлап үтте. Сәхнә
түренә кесе Ватанына тоғро ҡалып, ауылды йәмләп, тырышып донъя көткән, матур
ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән оло быуын
вәкилдәре – Зәйнәп Мәһәҙиева, Райхана
Насретдинова, Райхана Килмөхәмәтова,
Ҡәйүм Әхмәтшиндарҙы саҡырҙы һәм
бүләктәр тапшырҙы.
Сығыш яһаусылар байрам тамашасыларына ауыл тарихын, “Юрматы” ырыуы
шәжәрәһен һөйләне һәм башҡа файҙалы
мәғлүмәттәр еткерҙе. Сара дәртле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Рәфис Ишбаев, Розалия Әхмәтйәнова,
Кинйә Әхмәҙиев, Дамир Ниғмәтуллин
кеүек талантлы артистар, «Берғамыт»
халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең сағыу
сығыштары менән байрамды йәмләне.
Ауылдың ҡото, күркәмлеге – ул уның
татыу, егәрле, күп бала үҫтереүсе
ғаиләләре, янып-көйөп йәшәгән, илһөйәр
ир-егеттәре һәм гүзәл заттары. Байрам
тантанаһында һәр береһенә айырым
иғтибар бирелде. Сараның хөрмәтле
ҡунаҡтары Гөлнара Әнүәр ҡыҙы һәм Салауат Илгиз улы Кирәевтар йәш ғаилә
пары Римма һәм Илгиз Хисамовтарҙы,
күп бала тәрбиәләүсе Гүзәл һәм Ринат Насретдиновтарҙы, МХО-ла
ҡатнашыусылар һәм хәрби хеҙмәт ветерандары Реваль Яманһарин, Рөстәм
Сәғитов, Дамир Ниғмәтуллин, Айҙар
Баротовтарҙы, татыу ғүмер иткән
һәм “Иң яҡшы ҡәйнә менән килен”
номинацияһында еңеүсе Райхана һәм
Эльвира Насретдиноваларҙы, ауылдың
иң бәләкәй кешеһе булған бер йәшлек
Камилла Хафизованы тәбрикләп,
бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ғәзиз балаларын, тормош иптәштәрен махсус
хәрби операцияға оҙатҡан ата-әсәйҙәр
һәм ҡатындар ҙа ситтә ҡалманы. Ил
терәге булырҙай көслө рухлы улдар
үҫтергәндәре өсөн Гөлнур һәм Зинур
Ғүмәровтар, Мәҙинә Сәғитова, Фәнилә
Ишморатова, Светлана һәм Фәнис Нусретдиновтар, Ләйсән Үмәрбаева, Зөлфиә
Ҡасимова, Фидәлиә Әсәҙуллина, Гөлназ
Мәһәҙиеваға “Һалдаттарға Ишембай
йылыһы” төркөмө ирекмәне Гөлназ Риф
ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһы
буйынса Юғары хәрби комиссариат ветерандары ассоциацияһының Ишембай филиалы рәйесе, район хакимиәте
башлығының хәрби мәсьәләләр буйынса
кәңәшсеһе Дамир Ғайса улы Ниғмәтуллин
бүләктәр тапшырып үтте.
“Мәрйен туйҙарын” ҡаршылаусы
Рәсимә Мәжит ҡыҙы һәм Рәфҡәт Минебай
улы Вәлиевтар, 65 йәшлек юбилейҙарын
билдәләүсе Рәмзиә Әйүп ҡыҙы һәм Юлай
Әхмәт улы Әхмәтшиндар, «Иң ҙур һәм
татыу ғаилә» номинацияһы еңеүселәре
Ләйсән һәм Фәйез Мәһәҙиевтар ҙа сәхнә
күрке булды.
Төп өлөштән һуң байрамда ҡатнашыусылар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып
йүгереү, арҡан тартышыу, тоҡтарҙа
һикереү, күҙ бәйләп тоҡ бәрешеү, көршәк
ватыу, көйәнтәләп һыу ташыу кеүек милли уйындар уйнап, иҫтәлекле бүләктәр
отто. Аш-һыу өҫтәле мул әҙерләнгәйне.
Ул тәмле былау, ҡоротло һурпа, татлы бауырһаҡ, ҡоймаҡ-бәлештәр, йәшелсәләр, емеш-еләк менән һығылып
торҙо. Рәхәтләнеп күңел асҡан, күңелле
көйҙәргә дәртле баҫып бейегән халыҡ
ҡымыҙ, буҙа, самауыр сәйе эсеп кинәнде.
Байрамға йыйылған ауылдаштар,
йыраҡтан ҡайтҡан туғандар бер-береһе
менән күреште, нәҫел тамырҙарын барланы, ете быуын ата-бабаларын асыҡлап,
үҙ-ара танышты.
Бәләкәй Мәҡсүттә бөгөн 80 йорт
иҫәпләнә, уларҙа 100-гә яҡын кеше
йәшәй. Ауыл бәләкәй булыуына
ҡарамаҫтан, һәүетемсә тормош менән
йәшәй. Бында фельдшер-акушерлыҡ
пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауыл халҡы
өсөн төрлө байрамдар, мәҙәни саралар
ойошторолоп тора. Махсус хәрби операция яугирҙарына төрлө яҡлап гуманитар
ярҙам күрһәтә ҡарларҙар.
Ауылдың өс быуатлыҡ юбилейы
— ул күпме ғүмер, сал тарих, быуындар хәтере. Тәбиғәт ҡосағында
уҙған тантана йылылыҡҡа, моңға
һәм ҡәҙерле осрашыуҙарға бай булды. Байрам тантанаһында иң мөһим
мәлдәрҙең береһе МХО-ла ҡатнашҡан
яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә рәхмәт
хаттары һәм бүләктәр тапшырыу булды.
- Беҙҙең батыр егеттәрҙең атаәсәләренә, ҡатындарына ҙур рәхмәт
— уларҙың рухи көсө, сабырлығы һәм
һөйөүе илде һаҡлаусыларға терәк булып тора. Дәртле йыр-бейеү, милли уйындар, мәғлүмәти саралар — барыһы
ла юғары кимәлдә уҙҙы. Байрам беҙҙе
тағы ла нығыраҡ татыулаштырҙы, берҙәм
булыуыбыҙҙы иҫбатланы. Бындай
осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине. Саранан матур-матур фотолар, видеолар яҡты
иҫтәлек булып ҡалды. Шуларҙы асып,
йылы хәтирәләргә бирелербеҙ. Киләсәктә
лә ошолай берҙәм итеп, ауылыбыҙҙың
350 йылын матур итеп ҡаршы алырға
яҙһын, - тип уртаҡлашты үҙ тәьҫораттары
менән Раушания Исмәғилева.
Йыр-моң кискә тиклем яңғырап торҙо.
Ауылдаштар бер-береһе менән күрешеп,
хәл-әхүәл белешеп, тыуған ерҙән дәрткөс йыйып таралышты. Өс быуатлыҡ
тарихы булған Бәләкәй Мәҡсүт ауылы артабан да гөрләп йәшәһен, ә уның
йылъяҙмаһына үҙ исемдәрен уйып
яҙған, ауылдаштар хәтерендә яҡты эҙ
ҡалдырған шәхестәребеҙҙең исеме
мәңге онотолмаһын ине.
Милә МӘЗИТОВА.
Фотолар Раушания Исмәғилеваның
архивынан.

Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Йылъяҙмаға өр-яңы бит өҫтәлде
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас