Мәҙәниәт
29 Июня , 09:00

Театр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙ

Ғәҙәттә, режиссерҙарҙы баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған, көслө тауышлы, үткер сәнғәт әһелдәре тип күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ишембай районының Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры режиссеры Розалия ӘХМӘТЙӘНОВА, киреһенсә, тәбиғәте менән тыныс, баҫалҡы холоҡло, нескә күңелле, әммә иҫ киткес талант эйәһе. Тарихы менән 1934 йылға барып тоташып, бик күп таланттар асҡан, иң ололарҙан һаналған халыҡ театрын уңышлы етәкләп, электән килгән йолаларын һаҡлап, заманса алымдар индереп, эште лайыҡлы дауам иткән белгес әленән-әле сағыу премьералар ҡуйып, зал тултырып тамашасы йыя. Һәр спектакль ҙур аншлаг менән үтә. Режиссерлыҡ эшенән тыш, моңло тауышлы йырсы ла, ҡала мәҙәниәт һарайында үткән барлыҡ сараларҙа алып барыусы, балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләргә өлгөргән Розалия Әхмәт ҡыҙының буш ваҡытын тура килтереп, театр сәнғәте, эшмәкәрлеге тураһында һөйләштек.

Театр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙТеатр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙ
Театр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙ

- Сәнғәткә һөйөү күп осраҡта ғаиләнән килә. Һөнәрегеҙҙе ошо өлкә менән бәйләүҙә, моғайын, атаәсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың роле ҙурҙыр?

- Әлбиттә. Мин Үрге Әрмет ауылында йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Әхмәт Әхәт улы йәш сағынан уҡ бик матур итеп гармунда уйнап йырлаған, ауылдың беренсе егете булған. Иҫемдә, бәләкәй саҡта атайым баянда уйнай башлаһа, мин ҡушылып йырлап, тыпырлатып бейеп китә торғайным. Әсәйем Роза Шамил ҡыҙы ла көслө, матур тауышлы. Ул хәҙер ҙә ауылда үҙешмәкәр коллективта йырлап йөрөй. Шәмсихәйәт өләсәйем иһә үҙешмәкәр спектаклдәрҙә бик яратып уйнаны, яттан оҙон шиғырҙар һөйләй торғайны. Атай менән әсәй гел эштә булғанға күрә, мин атайымдың әсәһе Хәҙисә өләсәй тәрбиәһендә күберәк үҫтем. Ул балаҫ һуғырға, ойоҡбаштар бәйләргә оҫта булды. Үҙе егәрле, дәртле ҡатын ине. Бейергә ярата торғайны. Ғаиләлә ике малай араһында үҫкәнгә өләсәйем мине, арыш араһында үҫкән бер бойҙай, тип ярата ине. Бала саҡтан икмәк һалырға, донъя эштәренә өйрәтте. Бергәләп эш бөтөрәбеҙ ҙә, кистәрен ул ҡул эштәрен башҡара, ә мин уға концерт ҡуя торғайным. Сәнғәт юлын һайлауымдың тағы ла бер сәбәпсеһе – ул данлыҡлы ауылдашым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор, аккордеонсы, тальянсы, йырсы һәм бейеүсе Түрйән Вәлитов. Ул - минең беренсе остазым. Ғөмүмән, Түрйән Ғәтиәт улы ауылыбыҙҙың бөтә йәштәрен бейеүгә баҫтырған кеше. Миңә лә балалар баҡсаһында йөрөгән саҡта уның ҡул аҫтында шөғөлләнеү бәхете тейҙе. Ул ваҡытта Түрйән ағай өлкән йәштә ине. Шулай ҙа сәнғәткә һөйөү уятып, бейергә, йырларға өйрәтеп, сәхнәгә баҫтырып өлгөрҙө ул. Шуға күрә лә, буласаҡ һөнәремде һис икеләнеүһеҙ сәнғәт юлы менән бәйләнем. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ техникумында ике йүнәлеш буйынса – режиссерлыҡҡа һәм бейеүгә документтарымды тапшырҙым. Бейеүгә бер имтиханымды биреп бөтмәнем дә, режиссер һөнәрен һайланым.

- Сәнғәт бүлеге студенттарының уҡыу йылдары бик күңелле үткәндер.

- Студент йылдары көнө-төнө репитициялар менән уҙҙы, тиһәң дә була. Төшкә тиклем теорияны уҡыһаҡ, төштән алып ҡара кискә сәхнәнән төшмәй торғайныҡ. Беҙҙең курсты Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлин әҙерләп сығарҙы. Сығарылыш курсында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын сәхнәләштерҙек. Ҡулыма диплом алғас, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Ауыл клубында художество етәксеһе булып эш башланым. Күп кенә байрамдар, концерттар, спектаклдәр, йәштәр өсөн уйындар, балаларға төрлө саралар үткәрҙек, күрше ауылдарға ла концерт программаһы менән сыға инек. Ә инде дүрт йыл эшләгәс, етәкселек эшемде күреп, ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайында эшләп килгән бай тарихлы халыҡ театрын етәкләргә тәҡдим итте. Был башҡорт халыҡ театры республикала иң оло театрҙарҙың береһе булып һанала. Утыҙынсы йылдарҙа асылған театр түңәрәге Сәрүәр апай Сайранова һәм артабан башҡалар етәкселегендә уңышлы эшләп, «халыҡ театры» исемен алған. Байтаҡ йылдар гөрләтеп эшләп килгән, әммә 2000 йылдар башында һүнеп барған театр ине. 2005 йылда уны ҡабаттан тергеҙеү эшен миңә ышанып тапшырҙылар. Аллаға шөкөр, һынатманым. Театрыбыҙ бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Премьераларға, спектаклдәргә халыҡ бик теләп йөрөй.

- Һеҙҙең спектаклдәр халыҡсан, тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булыуы менән тамашасыны алдыра. Репертуарҙы нисек һайлайһығыҙ?

- Театр бит ул тормош мәктәбе, тамашалы һабаҡ. Беҙ пьесаларҙы сәхнәләштереп, тамашасыны тәрбиәләйбеҙ. Шуға күрә лә коллектив менән һәр саҡ тәрбиә, матурлыҡ биргән спектаклдәр һайларға тырышабыҙ. Режиссер булараҡ иң беренсе ижад емештәрем – Нәжип Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, балалар өсөн Туфан Миңнуллиндың “Ауыл эте Аҡбай” спектакле булды. Наил Ғәйетбаевтың “Әстәғәфирулла”, “Яусы Йыһан” комедияларын сәхнәләштерҙек. 2011 йылда театрыбыҙға Сәрүәр Сайранова исеме бирелде. 2012 йылда Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” “Алтын тирмә” республика театр фестивалендә абруйлы жюри тарафынан юғары баһаланды һәм юғалған мәртәбәле халыҡ исеме яуланды. Балаларҙы ла онотманыҡ. Рәсимә Ураҡсинаның “Йомро-йомро йомғағым” әкиәтен ҡуйып, 2015 йылда ҡала-район конкурсында Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Күп авторҙарҙың ижадтарын сәхнәләштерҙек. Минең айырыуса яратҡан жанрым - тарихи драма. Шуға күрә ошо юҫыҡтағы драмаларҙы ла күп ҡуябыҙ. Мәҫәлән, Мөҙәрис Багаевтың Юрматы ырыуының тарихын бәйән иткән “Ауаз бирә сал тарих” исемле драмаһын ишембайҙар айырыуса яратып ҡабул итте. Ул спектакль менән 2022 йылда Белорет ҡалаһында уҙған төбәк-ара “Алтын тирмә” фестивалендә 200 театр араһынан II дәрәжә лауреат исемен алһаҡ, 2023 йылда “Таланттың юғарыһы” тип аталған халыҡ-ара фестиваль-конкурста 1-се урынға лайыҡ булдыҡ.

- Коллективығыҙҙа сәхнә, театр тип ашҡынып, күҙҙәре янып торған талантлы кешеләр тупланған. Ролдәргә актерҙар нисек һайлана?

- Геройҙарҙы дөрөҫ һайлау спектаклдең төп уңышы булып тора. Режиссер булып эшләгәндә психологка ла әйләнеп бөтәһең. Театрға йөрөгән кешеләрҙең эске күңел донъяһын, тәбиғәтен тойомлайһың. Пьесаны уҡый башлағанда уҡ геройҙарға актерҙарҙың ҡайһыныһы тап килгәне күренә башлай. Театрға алты йәштән 80 йәшкә тиклемге актерҙар йөрөй. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре - уҡытыусылар, табиптар, завод эшселәре, өй хужабикәләре, студенттар бар. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа ир-егеттәр ҙә ҙур теләк менән йөрөй. Барыһы ла ғаиләле булып, эшләп йөрөгәнгә күрә, күберәк эштән һуң йыйылабыҙ. Бергәләшеп, күңелле итеп эшләйбеҙ, бер туғандарға әйләнеп бөттөк инде. Беҙҙә уйнап, артабан сәнғәт юлын һайлаған йәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина. Ул мин эшкә килгәндә мәктәптә 10-сы класта уҡып йөрөй ине. Спектаклдәрҙә ҙур теләк менән ҡатнашты, репетицияларҙы ҡалдырманы. Ун беренсе кластан һуң сәнғәт институтын һайланы. Тағы ла бер ҡыҙыбыҙ Гөлнара Шәрипова режиссерлыҡҡа уҡып сыҡты. Улар бәйләнеште өҙмәй, килеп торалар, кәрәк саҡта ярҙам да итәләр. Былтыр Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты” тип аталған спектакле менән сираттағы тапҡыр халыҡ театры исемен яҡланыҡ. Уны Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бағышланыҡ. Форсаттан файҙаланып, башҡорт халыҡ театрын күтәрәм тип, янып йөрөгән актерҙарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм. Артабан да шулай тамашасыларҙы яңынаняңы спектаклдәр менән ҡыуандырырға яҙһын.

- Академия театрҙарында рәссам, костюмер, композитор, гример, декортор һәм башҡа һөнәр эйәләре була. Ә халыҡ театрында бындай белгестәрһеҙ ауырыраҡҡа тура киләлер. Мәҫәлән, сәхнә кейемдәрен нисек табаһығыҙ?

- Костюмдар менән ҡала мәҙәниәт һарайы, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре ярҙам итә. Актерҙар үҙҙәре лә таба. Салауат дәүләт драма театрына ла йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Тарихи драмаларҙы ҡуйғанда йыш ҡына музейҙарҙан да эҙләйем. Мөҙәрис Багаевтың “Ауаз бирә сал тарих” әҫәрен сәхнәләштергәндә, мәҫәлән, Юрматы ерлегендә бейҙәрҙең ҡатындары нисек кейенгәнен белер өсөн төрлө тарихи сығанаҡтарҙан эҙләнем.

- Режиссер эшенән тыш, бик күп башҡа һөнәрҙәрегеҙ бар. Ишембай халҡы һеҙҙе барлыҡ мәҙәни сараларҙың алып барыусыһы, тамада итеп белә...

- Эйе, Еңеү көнө, Ҡала көнө, Һабантуй кеүек ҙур сараларҙы алып барыу, уларға сценарийҙар, прологтар эшләү өсөн яуаплымын. Һәр сараның, байрамдың уңышы алып барыусынан да тора. Шуға күрә был эште ижади ҡараш ташлап, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарам. Сценарий яҙғанда һәр саҡ халыҡ күңеленә үтеп инерлек һүҙҙәр һайлайым. Был йәһәттән, бала саҡтан алып китап уҡырға яратыуым ярҙам итә. Зәйнәп Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Ибраһим Ғиззәтуллиндың китаптарын яратып уҡый торғайным. Ә тамадалыҡ эше менән 17 йыл шөғөлләнәм. Һәр мәжлесте милли колорит, йолалар менән үткәрергә тырышам. Шуны әйтеп үткем килә, сәхнәлә алып барыу менән мәжлестәрҙе үткәреү икеһе лә ҙур көс һәм яуаплылыҡ талап итә.

- Һеҙ балалар менән дә эшләйһегеҙ бит әле. Улар менән дә тиҙ уртаҡ тел табаһығыҙҙыр?

- Иң еңеле миңә әлбиттә бәләкәй балалар менән эшләү. Уларҙан шундай яҡты, йылы энергетика килә. Ҡаланың 14-се мәктәбендәге мәктәпкәсә йәштәге төркөмдә музыкаль етәксе булып эшләйем. Төркөмгә килеп инеүем була һәр яҡтан килеп ҡосаҡлап, һырып алалар. Кем уҙарҙан ярышып һөйләп, эстәрендә нимә бар, бөтәһен дә сығарып һалалар. Ете йыл балалар театрын да етәкләнем. “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереп муниципаль конкурста алдынғы урынды алдыҡ. Төрлө шиғыр конкурсанттары ла булдыҡ.

- Театр, сәнғәт, әлбиттә, күп көс талап итә. Етмәһә, мәҙәниәт хеҙмәткәренең бер ваҡытта ла ялы юҡ тигәндәй. Ғаиләңә ваҡыт ҡаламы һуң?

- Тормош иптәшем Раил менән Азамат һәм Динислам исемле улдар үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, Раил менән беҙ бер ауылдан, күршеләр генә инек хатта. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡты. Раил эшемде аңлап, дәртләндереп тормаһа, мин әлегеләй ҡолас ташлап эшләй алмаҫ инем. Оло улыбыҙ Азамат әлеге мәлдә уҡып та, эшләп тә йөрөй. Ә кинйәбеҙ Динислам өсөнсө класта уҡый. Районыбыҙҙың «Алтынай» өлгөлө бейеү коллективында шөғөлләнә. Киләсәктә бейеүсе булмаҡсы. Халыҡ театрына ла теләп йөрөй. Ролдәргә инеп китеп, бирелеп уйнай. Иң беренсе сиратта, мин - әсә, ҡатын икәнемде иҫемдә тотоп, ғаиләмә тейешле ваҡыт бүлергә тырышам. Уларҙы тәмле аштар менән һыйларға яратам, тәбиғәт ҡосағында бергәләп ваҡыт уҙғарабыҙ.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Розалия Әхмәт ҡыҙы! Артабан да эшегеҙҙән йәм табып, тамашасыларҙы һөйөндөрөп, яңынан-яңы спектаклдәр менән ҡыуандырып торорға яҙһын!


Фотолар шәхси архивтан.

Театр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙ
Театр аша тамашасыны тәрбиәләйбеҙ
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас