Мәҙәниәт
30 Мая , 07:00

Ялан сәскәләреләй нур сәсеп

Халыҡ тарихы, тәү сиратта, уның мәҙәниәтендә һаҡлана. Тел, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йырҙар һәм бейеүҙәр – бына нәмәләр беҙгә үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ төҫ бирә. Ләкин тормош тиҙ үҙгәреүсән, ҡыҙғаныс, күптәр үҙ тамырын онота. Төрлө милләт вәкилдәре асылына тоғро ҡалып, йолаларын үҫтерһен өсөн күп төбәктәрҙә уларҙы берләштереүсе үҙәктәр асылған.

Ялан сәскәләреләй нур сәсепЯлан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп

Бар шундай бер йорт

Ағиҙел яры буйы биләмәһендә урынлашҡан Милли мәҙәниәттәр үҙәге ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле биҙәге булып тора.

Тарихҡа күҙ һалғанда, ул 1993 йылда урындағы күп милләтле халыҡтың үтенесе буйынса Ишембай ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән барлыҡҡа килгән. 2004 йылда Ленин урамындағы күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатынан уңайлы шарттары булған бер нисә бүлмә бирелә. Бында хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре уңайлы мөхит тыуҙыра. Иң мөһиме, төрлө саралар ойоштороу өсөн иркен зал булдырылған. Бөгөн бында хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән башҡорт тирмәһе зонаһы ойошторолған – уны боронғо экспонаттар экспозицияһы биҙәй. Ҡашмау, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барыла.

Күптәр эштән һуң кистәрен Милли мәҙәниттәр үҙәгенә йырларға, бейергә өйрәнергә йөрөп, күңелдәрендә рухи байлыҡ туплай. Ә дөйөм байрамдарҙа бер сәхнәнән сығыш яһау милләт-ара дуҫлыҡты тағы ла нығыраҡ көсәйтә.

Һәр милләттең – үҙ балҡышы

Мин милли мәҙәниәттәр үҙәгенә барған көндә Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайының “Хазина” инструменталь ансамбле етәксеһе Айгөл Минеғолова ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә ине. Өйрәнергә теләүселәр араһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Артур Кәлимуллиндың әсәһе Минира Вахитованы күреп, берсә аптыраным,  берсә һоҡландым. Ҡумыҙ сиртергә апаруҡ өйрәнеп алған апай төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға теләүе тураһында әйтте.

- Өфөлә ҙур сарала булғанда ҡумыҙсылар сығышын бик оҡшатҡайным. Шул саҡта, ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеп алам, тип үҙемә һүҙ бирҙем, - тип уртаҡлашты Минира Ғәфүр ҡыҙы. – Ҡумыҙ моңоноң вибрацияһы күңелде тынысландыра, үҙеңде ышаныслы тоторға ярҙам итә. Кеҫәңә һалып йөрөтөп, теләгән ерҙә һәм ваҡытта уйнарға була.

Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә дүрт коллектив эшләп килә – уларҙың һәр береһе ҙур иғтибарға лайыҡ. “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ вокал ансамбле башҡорт йыр сәнғәтенең быуаттар төпкөлөнән килгән йолаларын дауам итә.

Коллектив республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, халыҡ исемен яулаған – быны улар өс йыл һайын раҫлап тора.

“Аманат” башҡорт фольклор коллективы ла – изге мираҫ һағында. Бындағы артистар үҙҙәре йырлай ҙа, думбырала, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнай. Шул уҡ ваҡытта “Умырзая” инструменталь ансамбль менән берлектә балаларҙы думбырала уйнарға өйрәтәләр. Үҙ милләтенең халыҡ ижадын һаҡлауға ҙур өлөш индергән “Шанчак” сыуаш вокал ансамбле лә – районда танылған коллектив. Уның исемен башҡортсаға тәржемә иткәндә “өмөт” тигән мәғәнә бирә. Коллектив артистары “Салам” сыуаш йыры
һәм бейеүҙәре республика конкурсында даими ҡатнаша һәм уңыштар яулай.

“Отрада” рус йырҙары ансамбле оҙаҡ йылдар эшләп килә. Уларҙың моңло лирик йырҙары ла, шаян, дәртле сығыштары ла һәр кемдең күңеленә хуш килә. Ҡалала үткән һәр байрамдың биҙәге ул “Отрада”. “Таң” татар вокал ансамбле сығыштарын да ишембайҙар көтөп ала. Улар – ут күршеләребеҙҙең мәҙәни асылын һаҡлаусы таланттар. Район кимәлендәге сараларҙы йыш ҡына үҙенсәлекле сығыштары менән биҙәйҙәр.

- “Отрада” рус йырҙары ансамбле 2009
йылдан эшләп килә. Әлеге мәлдә бында
16 кеше шөғөлләнә. Ә үҙем ансамблгә
2018 йылдан йөрөй башланым, - тип
белдерҙе уның етәксеһе Елена Николаевна Кузнецова. - Беҙ халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарабыҙ. Бында йәш
категорияһы буйынса сик юҡ, иң өлкән
башҡарыусыбыҙ – Валерий Иванцовҡа
82 йәш. Коллективҡа барыһы ла күңел
ҡушыуы буйынса килгән.

Бер ыңғайҙан сыуаш коллективының
етәксеһе Нина Петровна Базарова менән
дә танышып киттем. Әйткәндәй, ул
Ғафури районында тыуған, ә бала сағы
Ҡолғона ауылында үткән. Шуға ла апай
был ауылды айырыуса йылылыҡ менән
иҫкә ала.

- “Шанчак” сыуаш вокал ансамбленә –
32 йыл. Мин коллективта тәүге көндәрҙән
үк шөғөлләнәм, - тине Нина Петровна. –
Элек ансамблгә кеше күберәк йөрөй ине,
хәҙер улар икенсе районға, ҡалаға күскеп
киткән. Халҡыбыҙ мираҫын, ғөрөфғәҙәттәрен бик һаҡлағы килә. Шуға ла
ансамблгә йыр-моңға ғашиҡ, дәртле
кешеләрҙе йәлеп итергә ине, тигән теләк
менән янып йәшәйбеҙ.

Күп нәмә етәксенән тора

Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә ошондай көслө коллективтарҙың берҙәм һәм татыу эшләүендә уның директоры Раушания Вәлиеваның өлөшө ҙур.

Раушания Рәмил ҡыҙы был үҙәктә 15 йыл эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы, кешеләр
күңеленә юл таба белеүсе яҡшы ойоштороусы һәм етәксе яҡташтары араһында
хөрмәт ҡаҙанған. Ул оҙаҡ йылдар эшләү
осоронда күрше коллективтарҙың
йырҙарын да, йолаларын да өйрәнеп
бөткән. Шуға ла Раушания Вәлиеваны
сәхнәлә рустар, татарҙар һәм сыуаштар
менән бергә күрергә мөмкин.
- Төрлө телдәрҙә яңғыраған йырмоң беҙҙе айырылғыһыҙ бер бөтөнгә
берләштерә. Һабантуй, Республика көнө,
Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм башҡа
район кимәлендәге сараларҙа сығыш
яһайбыҙ, - тип ихлас уртаҡлашты ул. –
Байрамдарҙа уртаҡ сәй табыны артына
йыйылғанда бер-беребеҙҙең йырҙарын,
бейеүҙәрен башҡарабыҙ. Һәр кем милли ризығы менән күршеһен һыйлай.
Бына шулай бер ҙур ғаилә булып татыу
йәшәйбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта Раушания Рәмил ҡыҙы үҙәктәге “Дуҫлыҡ” коллективын
ойоштороуға ҙур көс һалған. Хәҙер инде нығынған көслө ансамблдә 35 йәштән 66- ға тиклемге 13 кеше шөғөлләнә. Башҡорт
йырына ғашиҡ ҡатындар араһында
ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Уларҙың
репертуарында 30-ҙан ашыу халыҡ һәм
композиторҙар йырҙары иҫәпләнә.

“Дуҫлыҡ” артистары төрлө фестиваль һәм конкурстарҙа йыш ҡатнаша.
Мәҫәлән, “Торатау моңо” башҡорт
хорҙары һәм вокал ансамблдәре IV асыҡ
республика конкурсында улар II дәрәжә
лауреаты исеменә лайыҡ булған. Вокалхор коллективтары араһында “Халыҡ
күңеле” II Бөтә Рәсәй конкурс-йырлау һәм
капелла фестивалендә III дәрәжә лауреаты исемен яулаған.

– Беҙҙең үҙәктең төп күрһәткесе матур костюмдар, сағыу экспозиция түгел,
ә төрлө милләттәрҙең рухи мираҫын
сағылдырған йөкмәткеле репертуар.
Әлбиттә, иң ҡәҙерлеһе – коллективта
шөғөлләнгән кешеләр, уларҙың үҙ-ара
туғандарса йылы мөнәсәбәте, – тигән
ҡыуанысын еткерә Раушания Вәлиева.
Боронғо һәм заманса йырҙарға, ҡул
эштәренә өйрәнергә теләүселәрҙе Милли мәҙәниәттәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре
ҡыуанып ҡаршы ала. Бында һәр кеше
икенсе йортон, күңеленә ятҡан шөғөлөн,
үҙ аһәңдәшен таба ала.


Автор һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәге архивы фотолары.

Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Ялан сәскәләреләй нур сәсеп
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас