Мәҙәниәт
30 Апреля , 09:00

Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй

29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнө

Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләйБейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй

- Бейеү - ул минең тормошом. Башҡа һөнәр эйәһе итеп үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң «Тәйрүк» халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләүсе Мәүжиҙә Шәмсетдинова.

Уның эш тәжрибәһе 40 йылға яҡын. Һәләтле хореографтың ҡулы аҫтынан бер нисә быуын таланттар үҫеп сыҡҡан. Уларҙы милли рухта тәрбиәләүгә күп көс һалып, янып эшләгән белгес ул.

Мәүжиҙә Муса ҡыҙы сал ҡылғанлы Хәйбулла районының Бүребай ауылында тыуып үҫә. Бейеү сәнғәтенә һөйөүҙе ҡыҙҙа мәктәпкә яңы ғына эшкә килгән математика
уҡытыусыһы Гөлназ Бикбова уята. Йәш белгес һәләтле балаларҙы йыйып, бейеү түңәрәге асып ебәрә. Мәүжиҙә лә түңәрәккә йөрөп, 5-се класта уҡығанда сәхнәгә сыға.
Шунан алып унан төшмәй тиерлек. Мәктәпте тамамлағас Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында клуб хеҙмәткәре, үҙешмәкәр хореография коллективы
етәксеһе белгесенә уҡып сыға.

- 1987 йылда Кинйәбулат ауылына әхирәтем мине эшкә саҡырҙы. Ул бында эшләп йөрөй ине инде. Тәү күреүҙән үк ауылды, уның халҡын, мәҙәниәт йортон оҡшаттым. Клуб мөдире Салауат Фәрүәз улы Хәкимов мине Минебикә тигән инәйгә фатирға урынлаштырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йыйып, ең һыҙғанып, дәртләнеп эш башланым. Миңә тиклем «Шаяндар» бейеү коллективы ойошторолғайны. Уларға Өфөнән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Фәрхетдинов үҙе килеп, бер нисә бейеү һалып, шул бейеүҙәр менән баш ҡалала сығыш яһағандар, - ти белгес.

Аҡ йөҙлө, мөләйем ҡыҙҙы ауыл халҡы ла яратып ҡабул итә. Ололар менән дә, балалар менән дә уртаҡ тел тиҙ таба. Балаларға бик күп йылдар матур-матур бейеүҙәр һала. Коллектив төрлө йылдарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. 2006 йылда улар өлгөлө исемен яулай. 2014 йылда Мәүжиҙә Муса ҡыҙы коллективты йәш белгескә тапшырып, «Тәйрүк» халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләй. Ишембай сәнғәт мәктәбенең Маҡар музыка мәктәбе филиалында бейеү түңәрәген алып бара. Этҡол ауылында «Емеш» балалар бейеү ансамблен ойоштороп, балаларға бейеү сәнғәте серҙәрен төшөндөрә. 2019 йылда Кинйәбулатта «Тәйрүк» халыҡ бейеүҙәре ансамблен яңынан етәкләп, 25 йәштән 55 йәшкәсә уҡытыусыларҙан, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренән торған яңы состав туплай. Үҙе лә һәр концертты, мәҙәни сараны бейеүҙәре менән йәмләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, бар ерҙә лә уны яратып, хеҙмәтен баһалап, хөрмәтләп торалар.

- Миңә халыҡ бейеүҙәре, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен, ҡуйыу оҡшай. Сөнки беҙҙең бейеү хәрәкәттәрендә халҡыбыҙҙың яҙмышы, тарихы сағылып ята. Һәр бейеү ул - үҙенә күрә айырым донъя. Башҡарыусы хатта күҙ ҡарашы менән генә бар тарихты аңлата ала. Ата-бабаларыбыҙ элек-электән барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарын, ҡайғы-хәсрәтен йырҙарҙа, бейеүҙәрҙә сағылдырған. Шуны мин бейеүселәремә һәр саҡ аңлатып, дөрөҫ башҡарып, бейеүҙең мәғәнәһен халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Эш дәүеремдә балаларға ла, ололарға ла байтаҡ бейеүҙәр һалдым. Әлеге мәлдә кескәй йәштәгеләр менән дә эшләйем. Һәм нәҡ ошо иң бәләкәстәр менән эшләүе миңә нығыраҡ оҡшай. Ғәҙәттә ябай ғына бейеүҙәр ҡуям уларға. Шуныһы ҡыҙыҡ, бәләкәстәр әйткәнде тиҙ генә отоп алып, күрһәткән хәрәкәттәрҙе дөп-дөрөҫ итеп, бөтә хистойғолар менән ҡабатлап бирә. Иң мөһиме, күңелдәренә дөрөҫ юл таба белергә генә кәрәк. Өлкәндәр менән инде ҡан баҫымдары күтәрелмәһен, артыҡ ныҡ хәрәкәтләнеп быуындары һыҙламаһын, тип һаҡ ҡына эшләргә тырышам, - ти Мәүжиҙә Муса ҡыҙы.

Бөгөн «Тәйрүк»тәрҙе районда бик яҡшы беләләр. Өс йыл һайын халыҡ исемен уңышлы яҡлап торған ансамбль, «Байыҡ», «Атлаһам, бейеп барам», “Таланттарҙың күп төҫлөлөгө”, «Торатау мираҫы» кеүек республика, район кимәлендәге конкурстарҙа алдынғы урындар яулаған. Репертуарҙарында башҡорт бейеүҙәре генә түгел, Волга буйы халыҡтарының бейеүҙәре лә бар.

Мәүжиҙә Муса ҡыҙы ошо ауыл егете Юлай Рәйес улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, 35 йыл татыу пар булып, ауылдаштарын һоҡландырып матур йәшәйҙәр. Икеһе лә район һәм республика мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итәләр. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып улдары Надир һәм ҡыҙҙары Айһылыу донъяға килгән. Ата-әсә ике
балаһына ла матур тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Икеһе лә бәләкәйҙән сәхнәлә йырлап-бейеп үҫә. Әле Надир кәләш алып, ике бала тәрбиәләй. «Роснефть» компанияһында эшләп йөрөй. Айһылыу иһә Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжында уҡыта, директорҙың тәрбиә буйынса
кәңәшсеһе. Баш ҡаланың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей.

Мәүжиҙә Муса ҡыҙының киләсәккә пландары ла күп. «Тәйрүк» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән «Байыҡ» республика телевизион конкурсында ҡатнашып ҡайтырға хыялдары.

Үҙ эшенә мөкиббән булған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милли үҙенсәлеген башҡаларға еткереүсе Мәүжиҙә Шәмсетдинова кеүек рухлы белгестәр барҙа, халыҡ бейеүҙәре мәңге йәшәр, уны яратып башҡарыусылар ҙа булыр.


Фотолар Мәүжиҙә Шәмсетдинованың архивынан.

Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Бейеүҙәре сәхнәләрҙе йәмләй
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас