Мәҙәниәт
30 Апреля , 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда "Ағинәйҙәр һүҙе ил имләр" исемле матур, бай йөкмәткеле байрам - ағинәйҙәр осрашыуы үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был сарала Бөрйән районы Аҫҡар ауыл биләмәһе ауылдары Исламбай, Аҫҡар, Брәтәк һәм Ишембай районының Яңы Һәйет ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты.

Байрам ауыл мәҙәниәт йорто етәкселәре башҡарыуында йыр менән башланып китте. Ҡолғона ауыл хәкимиәте башлығы Алик Хөрмәт улы Ямалов сығыш яһап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Артабан ағинәйҙәр үҙҙәре менән таныштырып, төрлө һорауҙарға яуаптар биреп, таҡмаҡтар әйтешеп, ҡыҙыҡлы интермедиялар ҡуйып, йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһап төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

Исламбай ауылынан Миләүшә Хәйбуллина балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Ҡунаҡтар ауыл мәҙәниәт йортона иҫтәлекле бүләктәр ҙә килтергәйне. Байрам сәй табыны менән тамамланды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас