3 апрелдә Этҡол күп функциялы ауыл клубында "Көлкө көнө менән, дуҫтар!" тип аталған уйынлы- көлкөлө, ҡыҙыҡлы -мәҙәкле сара уҙҙы.
Байрамды Этҡол ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов асып, тамашасыларҙы, ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм уңыштар теләне. Жюри ағзалары булып вазифаһын Г.Н.Ниғмәтуллина, Ф.Х.Фәхретдинова һәм Кинйәбулат ауылынан С.Р.Ишмөхәмәтова башҡарҙы. Аҙнай ауылынан - "Берғамыт", Әхмәрҙән - "Әхмәрские бабки", Уразбайҙан - "Рамашка " һәм Этҡолдан "Гөлсәскәләр" командалары һынау тотто.
Сарала йырҙар яңғыраны, пародиялар, интермедиялар күрһәтелде, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға, йомаҡтарға тапҡыр яуаптар ҡайтарылды. Ярыш бик көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы булды.
Байрам һуңында һәр команда матур бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай итеп, байрам бик күңелле үтте.
Лилиә Хәсәнова фотолары.