Рәжәп Сәйфулла улы Бурансы ауылында донъяға килә. Атаһы гармунда бик матур уйнаған. Гармун моңдарын, йәмле Иҙел буйындағы һандуғастарҙың тауыштарын тыңлап үҫкән малайҙа сәнғәткә һөйөү бик иртә уяна. Улының дәртен күреп, атаһы уға гармун һатып алып бирә. Бишенсе класта ҡаланың музыка мәктәбенә уҡырға инә. Бик оҫта итеп, гармунда, баянда, пианинола уйнай.
- Гел мәктәп линейкаларында, концерттарҙа, байрамдарҙа сығыш яһай торғайным. Шуға күрә мине киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау борсоманы. Туғыҙынсыны тамамлағас, документтарымды Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт ағартыу училищеһына алып барып бирҙем. Бер йыл уҡыным да әрмегә алындым. Ҡаҙағстанда музыка взводында тынлы оркестрҙа хеҙмәт иттем. Ҡайтҡас Салауат музыка училищеһында уҡыуҙы дауам иттем. Миңә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев (авт. Нәзифә Ҡадырованың тормош иптәше), ҡала мәҙәниәт йортонда «Миләшкәй» халыҡ вокаль ансамблендә оҙаҡ йылдар уйнаған маэстро, концертмейстер Алексей Павлов, Германияла камерный оркестр менән етәкселек иткән Виктор Миллер кеүек билдәле, көслө музыканттар менән бер төркөмдә уҡыу бәхете тейҙе. Элек уҡыу көслө булды. Николай Римский-Корсаковтың «Полет шмеля» тип аталған оркестр интермедияһын уйнай алһаң, һин музыкант тигән һүҙ. Көн һайын иртәнсәк тороп, салбарҙар еүешләнгәнсе музыка ҡоралдарында уйнап шөғөлләндек. Шулай үҙебеҙҙә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләнек, - тип студент йылдарын һағынып иҫкә ала Рәжәп Сәйфулла улы.
Һуңғы курста уҡығанда уны практикаға УрманБишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортона ебәрәләр. Ярты йылдан һуң Маҡарҙағы «Аҡ ҡайын» пионер лагерына эшкә күсә, шулай уҡ «Таң» ресторанында пианист та була. Ә 1979 йылдан алып Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор булып эшләй.
- Ул саҡта мәҙәниәт йортон Салауат Хәкимов етәкләй ине. Ул, Миҙхәт Ишморатов, Мәрйәм Солтанова менән бик күңелле итеп, гөрләтеп эшләнек. Инструменталь ансамбль төҙөнөк, хор башланыҡ, коллективтарға халыҡ исемдәре яуланыҡ. Бөгөнгө көндә Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда ғына дүрт халыҡ театры эшләй. Һаман да иҫемдә, йәйҙәрен Ҡолғона яҡтарына икешәр аҙнаға агитбригадалар менән концерт ҡуйырға сығып китә торғайныҡ. Ул ваҡыттарҙа фермаларҙа 20 мең баш мал, 13 ферма, эшселәр күп булды. Колхоздар гөрләп торҙо, - ти баянсы.
Сәнғәт кешеһенең ялы ла, байрамы ла юҡ тигәндәй. Барлыҡ ҡала һәм районда үткән мәҙәни сараларҙа, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, күп
илдәрҙе күрергә тура килә уға. 2000 йылда «Берғамыт» ансамбле менән Францияға барып ҡайта.
- Фестивалдә донъяның 50-нән ашыу иленән вәкилдәр килеп үҙ мәҙәниәтен күрһәтте. Беҙ ҙә Рәсәйҙең данын уңышлы яҡланыҡ. Францияның ете ҡалаһында булып, Шапито парктарында, ҡарттар йорттарында уйнаныҡ. Музейҙа француз яуында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың үткән юлы менән таныштыҡ. Ҡурай бүләк иттек. Башҡорт аттарының һыуһынын ҡандырған, оҙон йонсоу юлдан һуң ял иттергән данлыҡлы Сена йылғаһын күрҙек. Бик күп тәьҫораттар алып, үҙ халҡыбыҙ өсөн ғорурланып ҡайттыҡ. Бынан тыш төрлө йылдарҙа Чехословакияла, Йошкар-Олала, Сорғотта сығыш яһаным. Ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килмәне, әммә иң иҫтә ҡалғаны биш йәшемдәге булғандыр. Ошо ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ата-әсәләр алдында балалар баҡсаһы коллективы менән бейегәйнем. Оло сәхнәгә юл асылыуымда, бәләкәс кенә малайҙың һәләтен күреп, иңенә ҡанаттар ҡуйған тәрбиәсемдең дә роле ҙур, - ти Рәжәп ағай йылмайып.
Рәжәп Килмөхәмәтовтың тормош иптәше Лариса ханым да «Йәншимә» башҡорт хорында йырлай. Ғөмүмән, музыкант әйтеүенсә, йырлау ул йөрәккә лә, тын юлдарына ла бик файҙалы. Сәхнәгә сыҡҡан кеше тәртибе менән башҡаларға өлгөлө, мәҙәниәтле булыуы менән айырылып тора. Бөгөнгө көндә Рәжәп Сәйфулла улы мәҙәниәткә арымай-талмай хеҙмәт итә. Уның эш тәжрибәһе - 48 йыл. Ҡала һәм районда уҙған барлыҡ мәҙәни саралар унһыҙ үтмәй. Ә яңыраҡ ҡына уға күптән көтөлгән «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
- Эшемде ныҡ яратам, тормошомдан ҡәнәғәтмен, - ти Рәжәп Сәйфулла улы. - Төрлө милләт вәкилдәре менән дуҫ, татыу эшләйбеҙ. Әле саҡ ҡына сәхнәгә сыҡмай торһам, кемделер йырлатып-бейетмәһәм, күңел боша, бармаҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре уйнай башлай. Һәр сығыштың уңышында өс кешенең роле ята - шағирҙың, музыканттың һәм уны башҡарыусының. Аккомпаниаторҙар араһында атҡаҙанған исемдәре алыусылар әҙ. Күберәк режиссерҙарға, рәссамдарға, артистарға, бейеүселәргә бирәләр. Аккомпаниатор ҙа солистар өсөн күп нәмә эшләй. Минең хеҙмәтемде күреп, юғары баһалағандар икән, тимәк, мин быға ысынлап лайыҡ. Ҙур рәхмәт коллегаларыма. Был беҙҙең бөтәбеҙҙең дә дөйөм уңышы ул.
Автор фотоһы.