Был көндө Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһы яңғырауыҡлы көлкөгә, йылы йылмайыуҙарға күмелде. Тамашасыларҙың күңеле ҡыуанысҡа тулды, сөнки кисә байрамса күтәренке рухта, ҙур ихласлыҡ менән ойошторолдо.
Күңелле ял кисәһендә моңло йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Кисәлә ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталығы менән тамашасыларҙың йөрәген яуланы. Айырыуса ауылдаштарҙың көләмәстәре һәм юмористик шиғырҙары залды ҡыҙыу шау-шауға ҡалдырҙы. Һәр сығыш — был көтөлмәгән бер сюрприз, йылмайыуҙар сәсә торған күренеш алды.
Байрамдың тағы бер мөһим өлөшө — уйындар. Күмәкләп уйналған күңелле уйындар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Кисәнең төп маҡсаты: кешеләргә йылмайыу бүләк итеү, көндәлек борсолоуҙарҙан арындырыу — тулыһынса тормошҡа ашты. Ҡатнашыусыларҙың кисәнән күтәренке кәйеф алып, ошондай саралар йышыраҡ үтһә ине, тигән теләктәрен белдерҙе.