27 март - Халыҡ-ара театр көнө
Театр - ул беҙҙе башҡа дәүерҙәргә күсерә, тарихтарҙы һөйләй һәм төрлө хис-тойғолар уята алған сәнғәт. Ә сәнғәтте театрһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Халыҡара театр көнө уңайынан Ишембайҙа йәшәүсе, ҡалабыҙҙың Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнеүсе Гөлниса Хисмәтуллина хаҡында яҙаһы һүҙебеҙ.
“Тормошта шундай ябай, баҫалҡы ғына кеше күренһә лә, сәхнәгә уйнарға сыҡһа, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә лә ҡуя. Танып та булмай үҙен”. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ Гөлниса Әхмәтғәзиз ҡыҙы хаҡында әйтелгән ошондай һүҙҙәрҙе бик күптәрҙән ишетергә тура килә.
Белеүегеҙсә, Ишембайҙа эшләп килгән Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры – республикала иң оло һәм уңышлы эшләп килгән театрҙарҙың береһе. - Мин үҙем Ейәнсура районы Юлдаш ауылынан. Бәләкәйҙән интонация менән шиғырҙар һөйләргә яраттым, үҙемде артист итеп тойҙом. Ауылға, мәҫәлән, Сибай, Салауат театрҙары килһә, мотлаҡ бара торғайным. Ундағы артистарға һоҡланып туя алмай инем.
1975 йылда Ишембайға килдем һәм ошонда төпләнеп ҡалдым. Бер көн Ишембай ойоҡ фабрикаһынан эштән сығып килгәндә башҡорт халыҡ театрына артистар йыябыҙ, тигән белдереүҙе күреп ҡалдым. Иртәгәһенә Сәриә исемле әхирәтем менән мәҙәниәт һарайына юлландыҡ. Беҙҙе унда шиғыр һөйләтеп, төрлө һынауҙар үткәреп, тикшереп алдылар. Ул ваҡытта театрҙың режиссеры Зәйтүнә Сәғәҙиева ине. “Әсәйемдең сал сәстәре” спектаклен әҙерләй башлағайнылар. Ролдәр бүленгәйне, миңә роль булмау сәбәпле, дублер итеп ҡуйҙылар. Шулай дублер булараҡ театрҙа бер йыл тирәһе йөрөнөм. Ике йылдан һуң режиссер булып Тимур Хәлилов килде. Уның диплом эше итеп ҡуйылған “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” спектаклендә уйнаным. Сәхнә әҫәрендә Фәриҙә ролен башҡарҙым. Был минең тәүге ныҡлы уйнаған ролем булды, - тип һөйләп алып китте үҙе хаҡында Гөлниса апай.
Үҙенән олораҡ ҡатын ролен башҡарғас, Гөлниса Әхмәтғәзиз ҡыҙына был роль бик үк оҡшап та етмәй. Шулай ҙа ул бөтә күңелен биреп башҡара. Киләһе спектакль “Көйә күбәләге” комедияһында йәш ҡыҙ Зөбәржәтте уйнауы актрисаның күңеленә ята.
Диплом эшен яҡларға тип халыҡ театрына йәш режиссер Ильяс Гәрәев килә. Ул сәхнәгә “Рәйсә” спектакленең дауамы булған “Фәйзи” пьесаһын ҡуя. Бер нисә йылдан йәш һәләтле режиссер Римма Ниғмәтуллина эшләй башлағас, Гөлниса апай “Ҡыҙ урлау”ҙа - Йәмилә, “Башмағым”да - Сәрүәр, “Балаҡайҙарым”да - Әлиә, “Әсә хөкөмө”ндә Сәмәриә ролдәрен башҡара.
Ул йылдарҙа театр айырыуса гөрләп тора. Артистар айҙар буйы Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Һәр сығышты тамашасылар алҡышлап ҡаршы ала. Театр коллективы ауыл клубтарында, баҫыуҙарҙа игенселәр алдында ла сығыш яһай. Артабан Гөлниса апай Денис Ханов режиссерлығы аҫтында “Законлы никах менән” спектаклендә Зәбирә ролен башҡара.
2005 йылдан алып С.Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры менән Розалия Әхмәтйәнова етәкселек итә. Бербер артлы яңы премьералар донъя күрә. Гөлниса Хисмәтуллина Әсғәт Мортазиндың “Ләйсән” пьесаһында, Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклендә ҡатнаша. Артистарҙың яратып уйнаған спектаклдәре араһында Мөҙәрис Багаевтың “Ауаз бирә сал тарих” исемле драмаһы ла сәхнәләштерелә. Әлеге мәлдә театр артистары “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” башҡорт халыҡ әкиәтен ҡуйырға әҙерләнә.
Бынан тыш, Гөлниса апайға әхирәте Зөбәржәт Шаһиева саҡырыуы буйынса Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театрында ла
уйнарға тура килә.
Эйе, илатҡан да, йыуатҡан да, моңайтҡан да, көлдөргән дә – ул мөғжизәле театр. Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көсдәрт, илһам биреүсе донъя ул. Гөлниса апайҙан яратҡан роле һәм кемде уйнарға теләге барлығы хаҡында һорашам.
– Миңә Т.Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” әҫәрендәге унынсы балаһын табырға килгән ауыл ҡатыны роле бик күңелгә ятты. Сөнки үҙем ауылда тыуып үҫкәс, был роль миңә бик яҡын тойолдо. Хыялым Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” пьесаһындағы Тәңкәбикә ролен башҡарыу. Шулай уҡ Ишембай мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләп киткән Фәнис Кәримовтың “Изге ялған” спектаклендә тағы бер тапҡыр уйнар инем. Уны Салауат ҡалаһында бер мәртәбә генә күрһәтеп өлгөрҙөк. Спектаклдәрҙә ҡатнашыу миңә илһам, дәрт бирә. Өйҙә балалар, ейәндәр, баҡса эше көтөп торһа ла, театрға бер көн бармаһам да, күңелгә нимәлер етмәй кеүек. Театр эшенә бирелеп, ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡыҙҙарым, ейәндәрем донъяға килде, роль артынан роль тыуҙы. Иң мөһиме: тормоштан бик ҡәнәғәтмен! - ти йылмайып Гөлниса Хисмәтуллина.
Бынан тыш, Гөлнисә Әхмәтғәзиз ҡыҙы егерме йыл инде “Юрматы” башҡорт халыҡ фольклор коллективына ла йөрөй. Милли йолалар менән һуғарылған йырҙар,
сәхнәләштереүҙәр һәр тамашасының күңелен арбай. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып ҙур еңеүҙәр яулай улар.
Тамашасыларға матур хистәр бүләк иткән, онотолмаҫлыҡ яҡты тәьҫораттар ҡалдырған Гөлниса Хисмәтуллинаға дүрт тиҫтә йыл нисек дәртләнеп ижад иткән, киләсәктә лә шулай илһамланып эшләүен, халыҡ һөйөүенә ҡойоноп йәшәүен теләйбеҙ.
Фотолар шәхси архивтан.