

Сара А. Мөхәмәтҡолов исемендәге музей етәксеһе Авзал Аҙнабаев әҙерләгән ошо тирәнән сыҡҡан шағирә һәм яҙыусылар Әнисә Таһирова, Ноғман Мусин, Фәүзиә Рәхимғолова, Вафа Әхмәҙиев, Ғәлиә Кәлимуллина, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Эльмира Сәсәнбаева, Рита Фатҡуллиналарға арналған презентацияны күрһәтеүҙән башланды.
Сараға килгән уҡыусы балалар элекке һәм хәҙерге заман шағирәләре менән уларҙың фотоларын күреп танашты. Уҡыусылар башҡарыуында Фәүзиә Ҡотлогилдина, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Ғәлиә Кәлимуллина, Әнисә Таһирова шиғырҙары яңғыраны. Шулай уҡ өлкән быуын һүҙ оҫталары Рәмзиә Мораҙымова, Әлфиә Мәүлетшина, Таңһылыу Ҡотлобаевалар ҙа яҡташ шағирәләренең ижадынан шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Мине тыуған яғым - Маҡар ауылы китапханаһына Шиғриәт байрамына оло ҡунаҡ итеп саҡырҙылар. Маҡар ауылы ерлегендәге үҙешмәкәр ижадсылар Рәмзиә Сәғиҙуллина, Гөлиә Көмөшбаева үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡыны.
Аҙаҡ мин үҙемдең ғаиләм менән таныштырып, ҡасан, нисек шиғыр яҙа башлауымды, Ғафуриҙә Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе булыуымды, конкурстар үткәреүемде, үҙем йәшәгән Ватан ауылында староста булып йөрөүөмдө, үҙ ижадымдан һәм балалар ижадынан китаптар сығарыуымды, шиғырҙарымды һөйләнем. Йыйылғандарҙың иғтибар менән тыңлауын күреп яҡташтарым алдында һынау тотҡан кеүек тойҙом үҙемде.
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Маҡар мәктәбенә 9-10 кластарҙы күрше Иҫәкәй ауылынан мин тиҫтерҙәрем менән көн һайын 3 саҡрымды йәйәү йөрөп уҡыным. Маҡар ауылы хәҙер ныҡ матурланған, халыҡ йыйылырға мәсеттәре бар, 2 ҡатлы мәҙәниәт йорто үҙенә саҡырып тора, унда матур китапхана һәм музей эшләй. Музей етәксеһе Авзал Минияр улы Аҙнабаев ундағы экспонаттар менән таныштырҙы. Мәҙәниәт йортона ингәс тә фойелә беҙҙе маскировкалау селтәрен үреү станогы ҡаршыланы. Унда ла беҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙҙар һаҡселтәр үрә икән.
Матур, татыу йәшәй Маҡар ауылы халҡы! Китапханаға мин шиғырҙарымдың рус теленә тәржемәһенән сығарылған "Зимняя радуга" китабын бүләк иттем. Үҙ ижадым емештәрен балалар һәм ололар һөйләүендә тыңлап ултырыу үҙе бер бәхетле мәл булды. Шулай уҡ яҡташ шағирәләр ижадынан шиғырҙар ишетеү күңелгә байрам хисен өҫтәне. Күңелле үткән саранан һуң күмәкләп фотоға төштөк, унан һуң йыйылғандарҙы мәҙәниәт йорто хужабикәһе Гөлиә Көмөшбаева самауырҙан яһап тәмле сәй, татлы ризыҡтар менән һыйланы.
Яҙ көнөндә матур Шиғриәт байрамына ҡунаҡҡа саҡырыусы китапханасы Розалиә Мәһәҙиеваға рәхмәтлемен.