Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март , 13:00

Халыҡты берләштереүсе усаҡ

25 март - Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Халыҡты берләштереүсе усаҡ
Халыҡты берләштереүсе усаҡ

Мәҙәниәт өлкәһендә битараф һәм осраҡлы кешеләр булмай. Унда тик талантлы, йомарт һәм үҙ эшенә тоғро кешеләр генә туплана. Еңел булмаған тормош хәлдәрендә лә тап мәҙәниәт эшмәкәрҙәре халыҡтың кәйефен күтәрә һәм үҙ бурыстарын аңлап, яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн хәйриә акциялары һәм концерттар ойоштора. Районыбыҙҙың Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә халыҡтың тормошон сағыуыраҡ, йәнлерәк итеү өсөн күп көс һала.

Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто 1967 йылда асылған. Мәҙәниәт усағы мөдире Виктория Ғәлимова билдәләүенсә, халыҡты берләштереүсе йортта төрлө ижади коллективтар эшләп килә.

- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Шаһиева башланғысы менән ойошторолған “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театрын барыһы ла белә. Әлеге көндә уны йәш белгес Розалия Хөсәйенова етәкләй. Художество етәксебеҙ Регина Дәүләтова “Биҙәүестәр донъяһы” ижади оҫтаханаһын алып бара. Шулай уҡ беҙҙә “Башҡорт халыҡ хоры” (етәксеһе Гөлназ Бәширова), “Тәйрүк” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре (етәксеһе Мәүжидә Шәмсетдинова), “Шаяндар” өлгөлө бейеү коллективы (етәксеһе Эльвина Мырҙагәрәева) эшләп килә. Мин үҙем башҡорт фольклоры коллективын етәкләйем. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең ҡатнашыусылары менән һоҡландыра. Барлыҡ артистарыбыҙ ҙа Кинйәбулат ауылы халҡынан тора. Бөтә коллективтар ҙа республика, район, төбәк-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттары. Ауылдаштар беҙҙең сығыштарҙы көтөп ала, конкурстарҙа уңыштар теләй, - ти Виктория Марс ҡыҙы.

2025 йылда “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты сиктәрендә Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башлана. Яңыртыу “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһына булышлыҡ итеү саралары арҡаһында мөмкин булды. Планлаштырылған эштәр иҫәбендә - ҡыйыҡты ремонтлау, йылытыу, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаларын алмаштырыу, шулай уҡ биҙәү эштәре. Мәҙәниәт усағының быйыл асылыуы көтөлә. Әйткәндәй, киләһе йылға Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто 60 йыллығын билдәләйәсәк.

- Йыл әйләнәһенә бер көн дә буш ултырмайбыҙ. Был өлкәлә эшләүселәр өсөн ял да, байрам да юҡ. Үткән һәр сара артында үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең күңел йылыһы, физик көсө, таланты, тырышлығы тора. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремде байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Сәхнә беҙҙе һәр ваҡыт алҡыштар менән ҡаршы алһын, залдар тамашасылар менән тулы булһын. Барыһына ла ижади уңыштар, рухи байлыҡ теләйем, эшебеҙ тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен. Шулай уҡ коллективыбыҙ исеменән Рәжәп Сәйфулла улы Килмөхәмәтовты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ул беҙҙең мәҙәниәт усағында 1979 йылдан алып эшләп килә, 47 йыл инде ул үҙенең баянынан айырылмай. Унһыҙ бер сара ла үтмәй, - тип һүҙен йомғаҡланы мәҙәниәт усағы етәксеһе.

Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итә, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерә, тормошобоҙға байрам төҫө өҫтәй. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән Кинйәбулат мәҙәниәт йорто коллективының тырышлығы оло баһаға лайыҡ.


Фотолар мәҙәниәт йорто архивынан.

Халыҡты берләштереүсе усаҡ
Халыҡты берләштереүсе усаҡ
Халыҡты берләштереүсе усаҡ
Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас