Был байрам барлыҡ ижади, яҡташтарына шатлыҡ һәм илһам бүләк иткән кешеләрҙе берләштерә. Хеҙмәтегеҙ ял һәм байрамдарҙы белмәй: тап һеҙ халыҡтың кәйефен булдыраһығыҙ, ялын ойоштораһығыҙ һәм көндәлек тормошобоҙҙо сағыу буяуҙарға күмәһегеҙ.
Район сараларын үткәреү буйынса ҙур эш алып барғанығыҙ өсөн һәр берегеҙ айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Һөнәри оҫталығығыҙ арҡаһында һәр байрам — Ҡала көнө булһынмы, һабантуймы - юғары ойоштороу кимәлендә үтә, халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡлана.
Һеҙҙең иңгә күпкә әһәмиәтлерәк бурыс һалынған. Һеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлайһығыҙ, үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтерәһегеҙ, йәш һәләттәргә йүнәлеш бирәһегеҙ һәм районыбыҙ тормошон ҡыҙыҡлыраҡ һәм күңеллерәк итәһегеҙ.
Барығыҙға ла бөтмәҫ илһам, яңы ижади еңеүҙәр, рәхмәтле тамашасылар һәм бәхет теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы мунципаль районы хакимиәте башлығы.