Римма Ғәлимова лирик шағирә. Уның лирикаһында шағирәнең хис-тойғоларға бай күңел кисерештәре сағыла.Былар айырыуса мөхәббәт лирикаһында сағыу бирелә.
Ғәжәп әүҙем һәм тырыш шағирәнең уңыштарына ла һоҡланырлыҡ!Ул «Илһам шишмәләре» республика шиғриәт фестиваленең «Мин-лирик» номинацияһында, 1999 йылда публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Өмөт» республика йәштәр гәзитенең, йәнә лә 2012 йылда Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаттары була. Римма Ғәлимова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ,Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар һәм 2004 йылдан башлап РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
«Тәҡдир»тип аталған тәүге китабы Башҡортостан «Китап»нәшриәтендә 1993 йылда баҫылып сыға.Унда әҙибә һалдат яҙмышы,һалдат ҡатындарының тоғролоғо һәм әсәлек бәхете хаҡында яҙа. Әйткәндәй, мәҡәләм геройы үҙе лә ике бала әсәһе.
Ә инде 2001 йылда нәшер ителгән «Мин – Юрматы ҡыҙы» исемлеһендә Тыуған ил һәм Ватан, бөгөнгө хәлебеҙ һәм йәшәйешебеҙ тасуирлана. Был йыйынтыҡта ул мөхәббәттең асылы, тәрәнлеге һәм бөйөклөгө хаҡында яҙа, үҙен тура һүҙле һәм ҡыйыу ҡәләм оҫтаһы булараҡ таныта.
Донъялағы иң бөйөк хис-тойғо һаналған - мөхәббәткә арналған шиғырҙарҙан тыш Римма Ғәлимова тыныслыҡ, бөгөнгө йәшәйешебеҙ, ил, тел, тыныслыҡ, ҡатын-ҡыҙ һәм әсәләр яҙмышы, тыуған яҡ һәм тыуған ер хаҡында яҙа.
...Әҙәбиәтебеҙ тарихына күҙ һалһаң, унда мөхәббәт һәм һөйөү хаҡында иҫ киткес гүзәл шиғырҙар яҙған әллә күпме шағирҙарыбыҙ һәм шағирәләребеҙҙең әҫәрҙәрен уҡырға мөмкин. Шулар араһында нурҙан,моңдан яралған поэзияһы менән балҡып торған уҙған быуат шиғирәләре Әнисә Таһирова, Фәниә Чанышева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Факиһа Туғыҙбаева,Тамара Ғәниева,Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлшат Әхмәтҡужиналар ижадына барыбыҙ ҙа һаман һоҡлана. Улар барыһы ла һөйөү хаҡында яҙған шағирәләр булһа ла, әҫәрҙәре бер төрлө түгел: тыйнаҡтары ла, ҡыйыуҙары ла бар.Ундайҙарҙан К.Кинйәбулатова, Тамара Ғәниева, Г.Әхмәтҡужиналарҙы атарға мөмкин.Бына миҫал өсөн К.Кинйәбулатованың “Саҡыр мине”исемле шиғырына күҙ һалайыҡ:
Саҡыр һин,өҙөлөп һағындым,тип
Күҙгә төртһәң күрмәҫ төндә лә.
Тартынмайса саҡыр,мин килермен
Ҡар буранлы юлһыҙ көндә лә.
Кил тиһәң һин әгәр Ҡаф тауына,
Һин көт,тиһәң,һаман көтөрмөн.
Ете диңгеҙҙе лә кисермен мин,
Елдәр етмәҫ, - ә мин етермен.
Мөхәббәтте һәр кем үҙенсә аңлай…
“Мөхәббәт-ул иҫке нәмә,әммә һәр бер йөрәк уны яңырта”,-тип яҙа татар шағиры Һаҙи Таҡташ үҙенең “Мөхәббәт тәүбәһе”тигән шиғырында.Нимә һуң ул мөхәббәт?Донъя яратылғандан бирле әҙәм балаһын сәңгелдәктән алып ғүмер ҡуйғансыға тиклем оҙатып барған был хис-тойғо үҙе үк бик боронғо булып сыға түгелме?!Юғиһә яман холоҡло дорфа кешеләргә әлмисаҡтан "уй,мөхәббәтһеҙ!",тимәҫтәр ине, шулаймы?
Үҙенең әҫәрҙәрендә шағирәнең лирик героиняһы һөйгәне хаҡына хатта ете диңгеҙ кисергә лә әҙер! Әйтергә кәрәк: ҡыйыулыҡ һөйөү утында дөрләп янған героиняға хас сифат булараҡ тасуирлана. Шуға өҫтәп тоғро,тура һүҙле һәм көтә белгән заттан. Өмөттән дә айырылмай. Былар шағирәнең “Белмәйем» тигән шиғырында ошолай тасуирлана:
Ниндәймен мин? - Белмәнең!
Уртаҡ алманы ла бүлмәнең...
Битарафлығыңа күнмәнем –
Мин һүнмәнем әле,һүнмәнем!
Хәйер, заман башҡа-заң башҡа,тигәндәй, уҙған быуат йәштәренең кемделер һөйөүен белдереүе, бөгөнгөләрҙекенән күпкә айырыла. Элек йәштәр күпкә ябайыраҡ, күпкә иплерәк ғашиҡ булған кеүек. Ғәҙәттә, ғашиҡтар ауыл урамдарын яңғыратып:
Онотолмай мәңгегә саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы,-
- тип, урам буйлап гармун һыҙҙырып йырлап уҙалар ине...
Уларҙың бына шулай йәйге айлы кистәрҙә һөйгәнен һағынып, әбей-бабайҙарға йоҡо бирмәйенсә гармун тартып йырлап йөрөүҙәре мөхәббәттәрен белдереүҙән булған. Эх,шул саҡта ҡыҙҙырабыҙ тәҙрәгә ҡаплана, ә ҡарттар һуҡрана торғайнылар. ...Бөгөн иһә гармунлы йәшлекте һағынып һөйләргә генә ҡалды...
Эй,ваҡыт тигәнең уҙа ғына! Уның тотоп туҡтатыр ялы ла, ҡойроғо ла юҡ. Кисәге ғашиҡ гармунсыларыбыҙ бөгөн сал сәсле олатайҙарға, ә ҡыҙҙарыбыҙ тормош асылын һәм бәхетте аңлаған тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өләсәйҙәргә әйләнде. Фәлсәфә күҙлегенән ҡарағанда был бит үҙе ҙур бәхет һәм мөхәббәттең дауам итеүе! Әгәр ҙә мөхәббәтеңде һаҡлай алһаң,әлбиттә...
Римма Ғәлимованың шиғырҙарын уҡығанда үҙең дә һиҙмәҫтән:кем ул ҡатын-ҡыҙ? Кем ул ир-егет, тигән һорауҙар килеп баҫа. Ир-егеттәр донъяла аҡыл тыуҙырыусы, ҡатынын, ғаиләһен ҡурсалаусы, ә ҡатын-ҡыҙ әсә һәм ғаилә тотҡаһы – йәғни борондан килгән вазифаһы. Ғәҙәттә,бәхетле ғаилә мөхәббәтле була. Быны “Ир ҡайғыһы-итәктә, бала ҡайғыһы –йөрәктә”,”Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын”,”Ҡатыны юҡтың - яҡыны юҡ”, “Донъяның төҙөклөгө лә, боҙоҡлоғо ла ҡатын-ҡыҙҙан”, “Ир кешенең быуыны һайын - ҡатын”, “Силәгенә күрә ҡапҡасы”, “Һөйөү барҙа - көйөү бар”, “Атта ла бар,тәртәлә бар” кеүек халыҡ телендәге тәрбиәүи әһәмиәткә эйә фәлсәфәле әйтемдәр ҙә раҫлай. Шағирәнең һәр шиғырын уҡығанда халҡыбыҙҙың бына ошо аҫыл әйтем-мәҡәлдәре иҫкә төшә.Ҡабатлауҙан мәҡәл иҫкермәй ул,йышыраҡ иҫкә төшөрәйек!
Алда әйтелгәнсә, Римма Ғәлимованың шиғырҙарында әлеге мәҡәл-әйтемдәр аҡылы ятҡан төрлө тормош хәл-ваҡиғалар һәм тормош күренештәре сағыла. Уларҙа автор донъя йөгөн егелеп тартып балалар үҫтергән, әммә һөйөп-һөйөлөп өлгөрмәгән һәм яратылып йәшәргә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында яҙа. Шуныһы үҙенсәлекле: шиғырҙарындағы төп героиняның яҙмышы ла күктән төшмәгән, тормоштан алынған. Йәғни, билдәле рус шағиры һәм тәнҡитсеһе А.Макаров яҙғанса: “мөхәббәт хаҡындағы ҡатын-ҡыҙ лирикаһында, ғәҙәттә, шағирәләр үҙҙәре кисергән күңел байлығы менән бүлешә”.
...Һәр ижадсы ла үҙ заманының балаһы һәм үҙ заманының йоғонтоһонан азат түгел. Шунлыҡтан ул тәбиғәт һәм йәмғиәт мөхитенән тыш та йәшәй алмай,киреһенсә үҙ дәүеренең яҡшыһын да, яманлығын да,бөйөклөгөн дә, түбәнлеген дә, хатта мәғәнәһеҙлеген дә күрә һәм башҡаларға ҡарағанда нескәрәк тоя, нескәрәк аңлай һәм кисерә. Мәҫәлән, статистика буйынса Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Тыуған илебеҙҙә һәр ир-егеткә биш-алты ҡатын-ҡыҙ тура килгән. Тимәк, ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙы һайлап алыу мөмкинлеге булған. ...Ә бит бөгөн дә һуғыш бара, бөгөн дә шул уҡ хәл ҡабатлана.
Әммә таяҡтың башы икәү булған төҫлө, был демографик проблеманың байтаҡ кире яҡтары ла бар. Миҫалдар менән нығытһаҡ, хәҙер ир-егеттәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы еңел генә ташлап китә, бер ҡатындан икенсеһенә күсеп йөрөй, ташланған ғаиләһен ҡайғыртмауын, бәйелһеҙлеген атарға булыр ине.Хәҙер йәштәребеҙ ғаилә ҡороуға ла еңел ҡарайҙар – әлеге миҫалдар тотош ил буйынса тамырланған кире күренеш түгелме ни?!Әҙибәнең шиғырҙарын уҡыу бына шундай уйҙарға тарыта...
Ә бит әлеге проблемалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла үҙгәртте. Хәҙер заман ҡатын-ҡыҙҙары тәмәкеһен дә тарта, араҡы ла эсә, ярым-шәрә кейенгән һылыуҙарыбыҙ “ирекле һөйөүгә” ынтыла һ.б. Йәнә лә эмансипация тигән булып, йәшенә лә ҡарап тормайынса бай ир эҙләйҙәр, һуңынан ҡарт ир менән айырылышҡас, сабыйҙарын ташлай, йә балалар йортона тапшыралар. Эйе, ярым-яланғас гүзәлдәргә ир-егеттәрҙең күҙе, тиҙрәк төшәлер ҙә, бәлки...Әммә ғаиләнең бәхетле булыуына ышаныс юҡ...Асылда маҡсаттарына ирешә алмаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бәхетһеҙлеккә тарый һәм:
Юл табырға һаман аҙапланам
Төпкә йәшеренгән хистәргә.
Ҡояш байырға ла күп ҡалмаған –
Нишләргә һуң миңә,нишләргә?(“Нишләргә”) – тигән һорау ҡуя.
Шағирә һөйөү, мөхәббәт тураһында яҙғанда әҙибә бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә таралған ошондай йән өшөткөс күренештәргә битарафлыҡтан йыраҡ тора, лирик геройҙың киләсәге өсөн хафаланып һағышлы уйҙарға сума.Ә тормош үҙ законы буйынса дауам итә. Ирҙәре һуғышта һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ егелеп донъя көтә, ил-әсәгә балалар үҫтерә һ.б.
Ирле ҡатындарға ла еңел түгел. Улар ҙа ирҙәр менән тиң эшләй, балалар үҫтерә, әммә тәрбиәгә ваҡыты ҡалмай. Шулай итеп, быуын-быуын атай тәрбиәһе теймәгән ул-ҡыҙҙарыбыҙ үҫә...Ниндәй булыр уларҙың киләсәге? Егерме беренсе быуат аҙағына бәхетле һәм мөхәббәтле ғаиләләр һаҡланырмы? Бына шулай үҙ заманының яҡшыһын да, яманлығын да, бөйөклөгөн дә, түбәнлеген дә сағылдырған һорауҙарға яуап эҙләй лирик герой. Бына ниндәй уйҙарға төшөрә Римма Ғәлимованың мөхәббәт шиғырҙары!Шиғырҙар уҡып китәйек:
Һуғыш яланында ҡошсоҡ һымаҡ
Ятып ҡалды күпме балалар?
Тол ҡатындар сабыйҙары менән
Йәшләй генә йәтим ҡалалар.
Ауыҙ асып бер ни әйтеп булмай,
Заман төрмәләре өркөтә.
Кемгә кәрәк ҡанаттары һынған,
Ҡаялағы батыр бөркөтө?
Берҙәмлектән берәм-берәм ҡасып,
Һәр кем үҙ өйөнә бикләнә.
Илем,телем,ерем,тотороҡлоҡ
Ҡағыҙ биттәрендә мүкләнә...(“Битарафлыҡ”).
Ғүмер берәү булғанға ла
Матур үтһә ине.
Ниндәй генә шарттарҙа л
Йәрең көтһә ине!
Тормош ығы-зығылары
Берүк артта ҡалһын.
Өмөтөң дә эйәрләнгән
Һыбай атта ҡалһын.
Тормош бит ул – ҡаршылыҡлы,
Була ҡатмарлығы.
Ҡайһы ваҡыт йән йылыта
Ҡышта ҡар барлығы(“Өмөт”);
Алда телгә алғанса Римма Ғәлимова үҙе лә - әсә. Тимәк, бала ҡайғы-хәсрәттәрен икеләтә йөрәгенә һыйҙырырға, сабыйҙарына еңелерәк булһын өсөн донъя ауырлыҡтары һәм хәсрәттәрен үҙ иңенә күтәрергә тура килә. Балаларына әсәй ҙә, атай ҙа булған лирик геройҙың төпһөҙ шәфҡәт диңгеҙеләй миһырбанлы күңеле лә шиғыр юлдарында сағылыш таба:
Үпкәләмәм, үкенһәм дә,
Балаҡайым - һинең дауам.
Сабый ҡосҡан әсә булып,
Мин донъяға ҡабат тыуам.(«Балаҡайым»)
Әхирәттең туны, эй,килешә:
Көҙгөләргә ҡарап ут йотам.
Буй етмәҫкә үрелмәҫкә күндем, -
Нисәмә йыл бала уҡытам(“Бала уҡытам”).
...Эйе,тормош бер ваҡытта ла еңел булмаған. Әммә ниндый генә замандар булмаһын, ниндәй генә һуғыштар ҡупмаһын, саф күңелдән ярата белгән, мөхәббәтенә тоғро Ләйлә менән Мәжнүндәр, Ромео менән Джульетталар ҙа йәшәгән. Йәғни шиғри күңелле Рәшит Назаров яҙғанса улар өсөн мөхәббәт - ул тоғролоҡ һәм бер-береңде ҡайғыртыу булған. Ошо уҡ фекер “Мин ул”шиғырына ла һалынған:
Күңел түрендәге минең кешем -
Йәншишмәләй рухи донъям йәме.
Дауылдарға хатта бирешмәйем -
Ауыр саҡта миңә таян, йәме...
Һөйөү барҙа-көйөү бар. Әммә “яратам” тиеү менән генә мөхәббәт тураһында өҙөлөп һағыныу, юҡһыныу, эскерһеҙ яратыу кеүек йөрәккә үтерҙәй күңел кисерештәре хаҡында шиғыр тыуҙырып булмайҙыр ул. Шағирәнең “Күңел түрендәге минең кешем - йәншишмәләй рухи донъям йәме (“Мин ул”); “Йөрәк түрендәге ғәзиз йәнде артығыраҡ күреү – һөйөүем”; «Мөхәббәтле һөйөү генә бит ул хатта үлемдәрҙән ҡотҡара”(Күңел киңлеге”) кеүек һөйөү темаһына яҙылған “аһ” итерлек әллә күпме шиғырҙарында лирик геройҙың әрнеү- һыҙланыуҙары ла, һағыныу-һағыштары һәм тағы ла әллә күпме күңел һәм йән ғазаптары һыйған. Уларҙа романтик ярһыу һәм фәлсәфәүи уйҙар ҙа, мөхәббәттән ҡанатланыу һәм уның асылын аңлау маҡсатында психологик уйланыуҙарға бирелеүҙәр ҙә тасуирлана. Лирик героиняны ла ҡайнар йөрәкле һәм тормош һынауҙарына ҡаршы тора алған көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ.Уның кисерештәрен һүрәтләгән тасуирлауҙар күңелдең иң-иң нескә ҡылдарына сиртә:
Шул ҡар һымаҡ саф ине бит
Мөхәббәтем,йәнем,тәнем.
Шәмдәлдәрҙә ут һүнгәндәй
Ҡараңғыла көнөм-төнөм.
Ә бит шундай һөйөү ине,
Уянырлыҡ һәр күҙәнәк!
Һин ырғытҡан утта янам
Тере килеш-мин күбәләк (“Янам”)
.
Көслө хис-тойғоларға бай “Эске тойғо”исемле шиғырына ла күҙ һалып уҙайыҡ. Унда иһә тәү ҡарашҡа сабыр күренгән лирик героиня, киреһенсә, эстән һыҙлай. Дөрләп янһа ла, мөхәббәтенән ваз кисмәй. Әлеге шиғырҙы автор башҡорт халыҡ ижадында, айырыуса халыҡ йырҙарында һәм яҙма поэзияла йышыраҡ осрай торған алты юллы строфа менән яҙған. Унда шиғырҙағы уй-фекерҙең мәғәнәһен, көсөн арттырыу һәм шиғри ритмды һаҡлау маҡсатында ҡабатлауҙар ҡулланыла, уҡып китәйек:
Аяҡ-ҡулды һындырһындар,
Усаҡтарҙа яндырһындар,
Мин яратам һине.
Гонаһтарға батырһындар,
Саҡматаштай ҡатырһындар,
Мин яратам һине.
Дауылдарҙа ла ҡалдырма,
Утлы ҡурғашта яндырма,
Мин яратам һине.
Ҡояшымды һүндерһәң дә,
Оноторға күндерһәң дә
Мин яратам һине.
Римма Ғәлимова - лирик планда ижад итеүсе шағирәләребеҙҙең береһе ул. Шиғриәте яҡты һәм ярһыу, алсаҡ һәм ихлас уның. Әҫәрҙәрендә ул алдашмай, тупаҫлыҡҡа урын юҡ. Шағирәнең мөхәббәт лирикаһында күпте күргән, күпте кисергән ҡатын-ҡыҙҙың күңел байлыҡтары ла, йөрәк төпкөлөндәге иң изге интим хистәре лә, йылдар буйына йыйылып килеп тә әйтелмәгән һөйөү һүҙҙәре, әсә булараҡ янып-көйөүҙәре, бәхет тураһында уйланыуҙары, донъяның ҡайғы-шатлыҡтары һәм ығы-зығылары – барыһы ла бар. Быларҙың барыһы ла шағирәнең “Тәҡдир” исемле йыйынтығында яҡшы һүрәтләнә. Тәҡдир - ул яҙмыш. Ә яҙмыштан уҙып булмай: өлөшөңә төшкән көмөшөң. Әгәр шул “көмөшөңдө” үҙ ваҡытында күңел күҙең күреп, аҡыл менән дөрөҫ һайлай белһәң, уңаһың. Һайлай белмәһәң – туңаһың. Әйткәндәй, шағирәнең “Ҡорбан”тип исемләнгән шиғырында һүҙ ошо турала бара.
Саҡырылмай ғына килдем
Табыныңа...
Яҙмыш тағы кәртә ҡуйҙы
Абынырға.
Йылылығын һуҙғанда ла
Ҡояшҡайым.
Яңғыҙлыҡтан мин бөгөлгән
Йыуаш ҡайын.
Өшөгәндә мамыҡ шәлде
Юрған иттем.
Мин үҙемде һинең өсөн
Ҡорбан иттем.
Күренеүенсә, был шиғырҙа ла лирик геройҙың мөхәббәтенә тоғролоғо һәм һөйөү ғазаптары, һағыныу-һыҙланыуҙары – барыһы ла бар. Ғәҙәттә,кем нығыраҡ ярата, шул күберәк түләй. Йәғни үҙен ҡорбан итә. Шиғырға ошондай фекер һалынған. Тәбиғи нескә уй-хистәр менән ҡаймаланған әлеге шиғырҙа героиняның һөйөү- көйөнөүҙәре лә, һағынып көтөүҙәре лә, һағышлы күҙ йәштәре лә бирелә. Лирик геройҙың уй-хистәре тьәҫирен арттырыу маҡсатында ҡояш, йыуаш ҡайын кеүек тәбиғәт предметтары ҡулланылған. Киске сәй табынына саҡырылмай килгән һылыу ҡатын менән бергә әҫәрҙә яңғыҙлыҡтан бөгөлгән моңһоу йыуаш ҡайын, өшөгән ҡатындың иңендәге мамыҡ шәл метафоралары һәм башҡа сағыштырыуҙар - барыһы ла лирик героиняның алдында торған һынау- кәртәләрҙе аңғарта. Шиғырҙың аҙағы лирик героиняның “мин үҙемде һинең өсөн ҡорбан иттем” тигән тура һүҙле ҡыйыулығы менән тамамлана.
Әйткәндәй, ошондай уҡ фекер “Эске тойғо”шиғырында ла ҡабатлана. Әммә был шиғырҙа автор лирик геройҙың ҡыйыулығын, ҡайнарлығын тасуирлауҙы уңышлы ҡулланылған тиң киҫәктәр аша еткерә. Шунлыҡтан шиғырҙағы эске рифмалар ҙа еңел уҡыла. Өҙөк килтерәйек:
Йөрәкәйем”тигән таныш һүҙҙе,
Әйтә алырһыңмы миңә ҡабат?
“Йәнекәйем”тигән йөрәк һүҙен
Күктәр ишелерлек әйттер,ярат!
Мин яратҡан һымаҡ ипләп кенә
Бәүелдер, һин ғәләм бишегендә.
Үкенмәҫлек һыйынаһым килә
Офоҡтарҙың һинле ишегенә”(“Ярат”);
Йәнә лә миҫалдар уҡып китәйек:
Һинһеҙ көҙөм, һинһеҙ ғүмерҙәрҙә
Эҙ ҡалдырыр әле, беләмен.
Һуңғы һөйөү хаҡын мин алдан уҡ
Яңғыҙлығым менән түләнем(“Һинле көҙөм”);
Мин –бер ҡатлы, һаман ышанам ул
Ысынбарлыҡтарҙың барына.
Ғүмер ҡышым килеп еткәндә лә
Табыныла бәхет ҡарына (“Бәхет ҡары”) һ.б.
Һүҙ ҡәҙерен белә шағирә
Шағир Вафа Әхмәҙиевтың “Тойғоһоҙ һүҙ - ҡағыҙ сәскә кеүек ул, шиғыр тамыры йөрәктә”тигән алтын һүҙҙәре бар. Быларҙы ул телгә,һүҙгә талапсанлыҡты, яуаплылыҡты арттырыу маҡсатында әйткән. Ә бит шиғыр нескә уй-тойғоларҙан, кешегә рухи терәк, йән аҙығы булырҙай хисле һүҙҙәрҙән туҡылһа ғына уҡымлы була. Быны шағирә Римма Ғәлимованың шиғырҙарында яҡшы тояһың.Уның әҫәрҙәрендә шиғри юлдарҙың эмоционаллеген арттырыу маҡсатында поэтик ауаздаш юлдарҙы, оҡшаш һүҙҙәрҙе, уй йомоу, рифма, ритм, строфа һәм уңышлы ҡабатлау алымдары, тиң киҫәктәр ҡулланышы, образлылыҡтың төп алымы булған сағыштырыуҙар һәм уның теге йәки был формалары, лирик геройҙың эске кисерештәрен һүрәтләгәндә ҡулланылған һүрәтләү саралары кеүек әллә күпме төрҙәрен осратып була. Әҙибәнең мөхәббәт, ғүмер, ваҡыт, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙарында ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән тиң киҫәктәрҙе ҡулланыу ҙа уңышлы бирелә. Миҫал килтерәйек:
«Белмәһәң-бел! Ваҡыт белергә!-
Һинең өсөн әҙер үлергә!
Тик үлергә әле- иртәрәк,
Алдан белдерермен - етәрәк.» («Белмәһәң –бел!»)
«Мин дә хәҙер һине төшөнмәйем,
Ләкин телдәремдән төшөрмәйем,» ? («Белмәйем»)
«Бурандарҙы йырып киләһем бар,
Ҡуйыныңа кереп илайһым бар.
Йылғаларҙың теге ярҙарынан
Ҡулдарымды болған ҡалаһым бар.
Йөрәгеңә ҡуҙҙар һалаһым бар,
Тәрән ташҡыныңда ағаһым бар,
Һинең менән генә мәңгелектең
Ишектәрен барып ҡағаһым бар.
Йәшәлмәгән ғүмер иҫәбенә
Ала ҡарғаларҙан алаһым бар.
Йөрәгемдең төҙәлеп тә килгән,
Ҡанһырап та торған яраһы бар,»
- тип яҙа шағирә һөйгәненә төбәлгән хис-тойғоларын һүрәтләгәндә, мәҫәлән. Күренеүенсә, тиң киҫәктәр менән эшләү әҙибәгә лирик геройҙың уй-тойғоларын уңышлы һүрәтләүгә булышлыҡ итә. Быларҙан тыш нескә лирика менән һуғарылған күңел кисерештәрен һүрәтләгәндә уңышлы ҡабатлау алымдары, образлылыҡтың төп алымы булған сағыштырыуҙар һәм уның теге йәки был формалары, төрлө поэтик саралар һәм лирик геройҙың эске кисерештәрен һүрәтләгәндә ҡулланыла торған тағы ла әллә күпме һүрәтләү сараларының төрҙәрен ҡуллана. Төҙөлөшө буйынса шиғыр ҡанундарына яуап биреүсе рифма, ритм, строфалар менән дә уңышлы эшләй шағирә. Шиғырҙы юғары эмоционаллек менән һуғарыу маҡсатында ҡулланған синонимдарҙы һәм уларҙың мәғәнә нескәлектәрен төрлөсә ҡуллана белә. Миҫалдар уҡып үтәйек:
«Иртә һайын шәфәҡ аръяғынан
Сәләмеңде көтөп үтә ғүмер...
Тапалһа ла ҡабатлайым шуны-
Һин беләһең,йәнем-утлы күмер!
Шул күмерҙе һыу һипмәйсә генә
Һыуһын ҡандырырҙай кешем-һин ул!
Йөрәгеңә түшелдерек булыр
Һәм һыйыныр кешең – мин ул,мин ул»(“Мин ул!”).
«Төрөнәйем әле,төрөнәйем
Ышығына һинең бишектең.
Йөрәгеңдән сыҡҡан моңдарыңды
Мин бит кисә ҡабат ишеттем.
Һин йөрәктә...Йөрәктәге “һинем”
Ҡыҫыр таңдарымды ҡыҫҡарта.
Яҙмыштарҙа аймылышҡан берәү
Ғүмер һанап кәкүк ҡысҡырта.
Бер кем белмәй күпме ҡалғанлығын
Беҙгә тигән ғүмер-ваҡыттың...
Иң мөһиме эйеләһе башты
Ваҡытынан алда ҡалҡыттым !» («Һин - йөрәктә»).
Билдәле булыуынса, йыр моңдан ярала. Римма Ғәлимованың моңға бай шиғырҙары йырлап-көйләп тора, уларҙың ритм-интонацияһы ла нәҡ йырҙағыса. Һәр шиғыры күңелдә әллә ниндәй кисерешәр уятып, әллә ниндәй тойғолар өйөрмәһен ҡуҙғыта. Минеңсә былар шиғриәтенең арбаусан тьәҫир көсөн билдәләй. Миҫалдар уҡып китәйек:
«Юҡлығыңды күҙҙе йомоп йотам,
Мин онотам һине,онотам.
Йөрәк ярһыуҙарын баҫыр өсөн
Йәндә ас бүрене олотам» (“Онотам”);
«Тәҙерәмә яҡынлашып,
Кире китте турғай.
Ике донъя уртылығын
Урап үттең буғай...»(“Өмөт”);
Ниндәй йөрәк миндә?-Белмәнең!
Уртаҡ алманы ла бүлмәнең...
Битарафлығыңа күнмәнем –
Мин һүнмәнем әле,һүнмәнем! («Белмәйем)
Римма Ғлимованың тыуған яҡтарына арнап яҙған шиғырҙары ла байтаҡ.Уларҙа үҙ яғыңдың тарихын, үткәненә ихтирамлы булыу, ғорурланыу тойғолары бирелгән. Шағирә ғүмер буйына Стәрлетамаҡта йәшәһә лә, тыуған яғын онотмай, үҙе тыуып-үҫкән Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында йәшәүсе һәм эшләүсе ауылдаштарына, бигрәк тә игенселәргә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ауыл ҡарттарына рәхмәтле,ихтирамлы. Түбәндәге юлдарҙа һүҙ шул турала:
“Ер йөҙөндә ошонан да бөйөк
Ниндәй һөнәр тиеп баш ватма!
Игенсене данлап һәр ҡайҙа ла
Сәләм бирә алтын башаҡтар”(Һабантуй).
Шағирәнең икенсе тыуған йорто - Стәрлетамаҡ ҡалаһына арнап яҙылған шиғырҙары ла йылы күңел кисерештәре менән һуғырылған:
“...Стәрлетамаҡ, һин уратҡан мөхит
Минең булмышыма ҡағыла.
Һин биләгән урын ер йөҙөндә
Йыһан киңлегендә сағыла”»(«Стәрлетамаҡ»);
“...Мин бәхетле һиндә уҡығанға,
Хыялдарым ашты бойомға,
Алған белем менән ғүмер буйы
Бәхет ямғырына ҡойонам...” («Институт» ) исемле был шиғырҙы шағирә үҙе уҡып белем алған Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына бағышлаған.
Йыйып алғанда, Римма Ғәлимованың тотош ижады шиғриәткә һөйөү һәм тоғролоҡ менән һуғарылған. Шиғыр яҙыу уның өсөн вазифа түгел, ә тормошо һәм яҙмыш талабы. Һүҙ бәҫен тойоп яҙа автор,уҡымлы шиғырҙар тыуҙыра.
Йомғаҡлау һуңында ҡәләмдәшебеҙҙең ҡатын-ҡыҙ яҙмыштарын сағылдырған әҫәрҙәренең хис-тойғоларға бай ижадының умыртҡа һөйәген тәшкил итеүен дә билдәләргә кәрәк. Римма Ғәлимованың һөйөү,мөхәббәт темаһына яҙылған әҫәрҙәре фекерле һәм хис-тойғоларға бай булыуы менән билдәләнә. Шағирә үҙенсә яҙа,башҡаларҙы ҡабатламай, әҙәби художество сараларының да кәрәген генә һайлап куллана. Шиғриәттә уны алға әйҙәгән маҡсаттары, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн алдына ҡуйған конкрет бурыстары һәм эстетик принциптары бар.
Шағирә шиғриәткә еңел булмаған тормош баҫҡыстары аша үтеп, ҙур тәжрибә туплап килгән. Уның ижадына баһа бирер алдынан әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡығандан һуң ғына яҙам, шиғриәтен нисек ҡабул итәм, нисек тоям - шулай еткерергә тырышам. Шағирәнең башҡаларға оҡшамаған үҙ алымдары, үҙе һайлаған йүнәлештәре бар. Әҙибәнең оҫталығына баһа биргәндә,минеңсә, быларҙы оноторға ярамай. Был минең фекерем һәм ул башҡаларҙыҡы менән тап килмәүе лә мөмкин.
Билдәле булыуынса, һәр ижадсы өлөшөнә төшкән “көмөшө”була. Минеңсә, бөгөнгө шиғриәттә үҙ исемен асҡан шағирә булараҡ Римма Ғәлимованың үҙенсәлекле шиғриәте баһаға лайыҡ тип иҫәпләйем.Уның үҙ тауышы, үҙ моңо һәм йырлайһы йырҙары күп әле. Шағирәнең мөхәббәтле шиғырҙары алдағы йылдарҙа ла яҙылып торһон, яҙылған бере уҡыусыларға барып етә торһон! Уға емешле ижад теләп фатихамды бирәм һәм яҙмамды Рәми Ғариповтың «Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк» исемле шиғыры менән тамамлап ҡуям:
Үтә йәшлек,үтә мөхәббәт тә,
Алып ҡалып булмай еңешеп.
Тик уның да күкрәп сәскә атһа,
Сәскәнән һуң ҡала емеше.
Ләкин күңел күпте теләй!Етмәй
Өлөшөңә төшкән көмөшөң.
Бәхетең дә, бәлки, шулдыр һинең
Һөйә белһәң, һөй һин, һөй кешем!..