Сара өс йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм ул халыҡ ижады жанрҙарын үҫтереүгә, коллективтарҙың художество кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Фестиваль сиктәрендә ғәмәлдәге коллективтарға «халыҡ» һәм «өлгөлө» маҡтаулы исемдәре бирелә. Ишембай районында иһә 25 халыҡ һәм өлгөлө коллектив уңышлы эшләй.
Мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә Ишембай районы коллективтары ғына түгел, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының ижади делегациялары ла сыҡты. Һәр бер сығыш ҙур маҡтауға лайыҡ, тип билдәләне бер һүҙҙән жюри ағзалары.
Автор фотолары һәм видеоһы.