Ауылдашыбыҙ Ишҡәле Даминев алып килгән "Сатҡылар" төркөмө яугир егеттәребеҙгә ярҙам иткән ауылдаштарға, йәшерен селтәрҙәр үреү менән шөғөлләнгән егәрле, уңған ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәгән, дәрт һәм дарман менән ижад иткән Ишҡәле Ғарифулла улы үҙенең шиғырҙар йыйынтығын ауылдаштарға бүләк итте.
Байрам сараһы йыр-шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Йырсылар Хәнә Мырҙағолова, Кәнитә Хөснуллина, Рәзифә Фәйзуллина, Рәзилә Мәсәғүтова, һүҙ оҫтаһы Ғаяз Рахимов, баянист Радик Мөхәмәҙиев үҙҙәренең сығыштарында хөрмәтле әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлап йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне.
Байрам барыһына ла оҡшаны. Ауылдаштар яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар алып таралышты.