7 март Һайран ауылы мәҙәниәт йорто алдында саф һауала "Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары!" тип аталған конкурс-уйын программаһы үтте. Унда «Йондоҙҙар» һәм «Күбәләктәр» командалары ярышты.
Ҡатнашыусылар өсөн викторина һорауҙары һәм "Интеллектуаль", "Аш-һыу", "Һыу ташыу", "Тоҡ менән һуғыш", "Сәс үреү", "Мин, матур", "Арҡан тартышыу" конкурстары ойошторолдо. Шулай уҡ байрамға концерт программаһы һәм байрам сәйе әҙерләнде. Ике команда ла ярыш бәйгеһен лайыйыҡлы үтәп, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Ауылдаштарыбыҙ Ғизәтуллин Айҙар менән Марат ағай сарала ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы торт менән һыйланы.