Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тантананы асып, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап үтте.
Был көндә оло йөрәкле әсә Татьяна Рәхимова биш балаға намыҫлы һәм яуаплы тәрбиә биреүе, уларҙың һаулыҡтарын, уҡыуҙарын, рухи һәм физик үҫештәрен хәстәрләүе өсөн «Әсә даны» миҙалына лайыҡ булды.
Шулай уҡ Ишембай ҡатын-ҡыҙҙарының күп йыллы емешле хеҙмәте, йолаларға тоғро булып, ғаилә усағын һаҡлауы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, мобилизацияланған һәм килешеү төҙөгән граждандарға ярҙамы муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнеп үтте.
Өс бала әсәһе Айгөл Рәхимова «Витязь» машиналар эшләү компанияһында өлкән мастер булып эшләй. Уның предприятиелағы хеҙмәт стажы – 13 йыл.
- Беҙ ирем менән өйләнешкәндән алып ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ. Өс бала әсәһе булыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, - тип ихлас уртаҡлашты Айгөл Әлхәт ҡыҙы. – Бөгөн производстволағы эшемде һәм ғаиләлә балалар тарбиәләүемдәге тырышлығымды юғары баһалағандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғаилә усағын һаҡларға һәм шул уҡ ваҡытта эштә уңыштарға өлгәшергә насип итһен. Яҙ һәм наҙ байрамы менән !
Автор фотоһы һәм видеоһы.