Конкурста 16-23 йәшлек, никахта тормаған, башҡорт телен белгән һәләтле һәм ижади ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Бәйге бер нисә этапта үтәсәк. Һайлап алыу туры 12 мартта Ишембай мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 12-лә башлана. Бының өсөн конкурсанттарға үҙҙәре менән киске күлдәк һәм аяҡ кейеме алырға кәрәк. Был турҙы үткән финалсыларға профессиональ фотосессия, шулай уҡ хореография, вокал һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр ойошторола. Конкурстың финалы 3 апрелгә билдәләнгән.
Ҡатнашыуға ғаризалар 10 мартҡа тиклем"Һылыуҡай-2026" билдәһе менән ishimbaikultura@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (34794) 6-48-52.
Фото: https://ishimbaikultura.ru/news/2026/03/6125/