Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар , 13:00

ЙЫРСЫ, КОМПОЗИТОР, ПРОДЮСЕР

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин тамашасыларға “Яҙ килә”, “Һиңә генә”, “Ашыҡма”, “Зәңгәр томандар” һәм башҡа йырҙары менән яҡшы таныш. Бөгөн ул редакциябыҙҙа ҡунаҡта.

ЙЫРСЫ, КОМПОЗИТОР, ПРОДЮСЕР
ЙЫРСЫ, КОМПОЗИТОР, ПРОДЮСЕР

- Рөстәм Хәниф улы, һеҙҙе Ишембайҙа күреүебеҙгә бик шатбыҙ! Һеҙҙе беҙҙең ҡала менән ниндәй иҫтәлектәр бәйләй?

- Ишембай - минең өсөн айырыуса яҡын. Ижад юлым башланып торғанда нәҡ Ишембай - гастролдәр менән сыҡҡан тәүге ҡалаларҙың береһе булды. Тулҡынланыу хистәре бөгөнгөләй иҫемдә. Тамашасы мине беләме, килерҙәрме... Борсолоуым юҡҡа булған, концертҡа тамашасы зал тултырып килде, хатта һыйманылар, мәҙәниәт һарайын эстән бикләргә тура килде. Район ауылдары буйлап та күп йөрөнөк. Ишембайҙа дуҫтарым, таныштарым йәшәй, әлбиттә, юл төшкәндә уларға инеп сығырға тырышам. Изге Торатау менән дә мине яҡшы иҫтәлектәр бәйләй. Әйткәндәй, интернет селтәрендә барлыҡҡа килгән иң тәүге фан-клубым күп йылдар элек нәҡ Ишембайҙа хасил булды, уның администраторы - һеҙҙең яҡташығыҙ Лилиә Хәсәнова. Ул ваҡытта студент ине, хәҙер мәҙәниәт бүлеге методисы. Лилиә бер нисә кешенән торған команда булдырҙы, төркөм бик күп йылдар әүҙем эш алып барҙы. Ул команданан Илсур Солтанов, Миәкә районы егете, мәҙәниәт юлынан китте, әлеге көндә минең концерт директорым.

- Рөстәм Хәниф улы, һеҙҙе беҙ продюсер булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Бөгөнгө көндә ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ?

- Эйе, бер нисә йыл продюсерлыҡ менән шөғөлләнәм. Араһында уңышлы проекттар ҙа булды, һәр хәлдә эшем өсөн оят түгел. Яңыраҡ йәш йырсы Zaga менән яңы трек яҙҙырҙыҡ, тағы бер нисә тәҡдим бар. Ғөмүмән әйткәндә, мин хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ, шулай ҙа үҙемдең ижадымды үҙәк планға
ҡуйырға кәрәклеген аңланым. Әле башкөллө үҙемдең ижадымда - яңы тректар яҙам, техникалар үҙләштерәм, программамды яңыртам. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләү, бөгөнгө эште кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыу - ул минең тормош девизым.

- Заман менән бергә атлау тигәндән, 2024 йылдың декабрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, һеҙ цифрлы платформаларҙа башҡорт музыкаһының насар тәҡдим ителеүе тураһында борсолоуығыҙҙы белдергәйнегеҙ. Әлеге хәлде нисек баһалар инегеҙ?

- Һәр кем үҙенән торған, ҡулынан килгән нәмәне эшләргә тейеш, тигән фекерҙәмен. Ошо йылдарҙа “Гирза мюзик” лейблы аша цифрлы платформаларға 200-ҙән ашыу йыр теркәлде. Күбеһенсә Башҡортостан артистары ижады, башҡорт телендәге йырҙар. Шулай уҡ йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын тыңларға мөмкин, дүрт альбом, һәр береһендә 25-әр трек. Бының менән бер рәттән, лейбл аша башҡорт музыкаһын инернет селтәрҙәре аша танытыу, популярлаштырыу буйынса айырым эш алып барабыҙ.

- Шулай уҡ һеҙ туристар күп йөрөгән ерҙәрҙә, аэропорттарҙа, сауҙа үҙәктәрендә башҡорт йырҙары, милли музыка яңғырауы мөһимлеге тураһында әйткәйнегеҙ. Һеҙҙең башҡарыуығыҙҙағы ҡайһы йыр йышыраҡ яңғырар ине, нисек уйлайһығыҙ?

- Эйе, әйткән инем. Ә бына үҙемә ул һорауға яуап биреүе ҡыҙыҡ булып китте. Ихтимал, «Зәңгәр томандар» йырын ҡуйырға булыр ине, сөнки был йырҙы
һәр концертта башҡарыуымды һорайҙар, бигерәк тә республиканан ситтә гастролдә йөрөгәндә тыуған яҡтарын һағынған яҡташтар. «Яҙ килә» йырын тамашасы бик яҡшы ҡабул итә.

- Һеҙҙең ҙур хәйриә эшмәкәрлеге алып барыуығыҙ тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. 50 йәшлек юбилейығыҙ көнөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәйриә концерты, уларҙың балалары өсөн күңел асыу программаһы ойоштороуығыҙ, һәр концертығыҙға һалдаттар һәм уларҙың яҡындарын шәхсән саҡырыуығыҙ, Ватанды һаҡлаусыларға иғтибарығыҙ һоҡланыу тыуҙыра.

- Хәйриә эшмәкәрлеге сер ҙә булып ҡалырға тейеш, тип уйлайым. Ярҙам итә алам икән – ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйем. Илебеҙ өсөн мөһим ваҡытта мин ситтә ятып ҡала алмайым. 2023 йылда Баймаҡтан шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин, йырсы Заһир Зәйнетдин менән берлектә махсус хәрби операция
зонаһына гуманитар ярҙам алып барҙыҡ, концерттар ҡуйҙыҡ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да һеҙҙән яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ.


Фото: Денис Ибрагимов

 

Автор: "Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас