Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар , 13:00

Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән

Бер йыл элек Сибай дәүләт филармонияһы артистары Ишембай районында “Һөйгәндәр генә сибәр” программаһы менән сығыш яһағайны. Коллектив составында яҡташыбыҙ – Ғүмәр ауылы һылыуы Алина Вахитова ла бар ине. Күптәр иҫләйҙер, гастролдәрҙең икенсе көнөндә үк уның менән редакцияла осрашып, матур әңгәмә ҡорғайныҡ.

Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән
Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән

Йырсының биографияһына ҡыҫҡаса туҡталып киткәндә, ул Ғүмәр ауылында Айһылыу һәм Фәрит Вахитовтарҙың өлгөлө ғәиләһендә өс бала араһында уртансыһы булып тәрбиәләнеп үҫкән. Атаһы себерҙә вахта ысулы менән эшләһә, әсәһе – һөнәре буйынса ашнаҡсы.

- Иҫләйем, миңә биш йәш ине, апайымдың башланғыс кластарҙа уҡып йөрөгән сағы. Әсәйем мине Ғүмәр мәктәбендә үткән Яңы йыл кисәһендә йырлатырға булды. Өҫтөмдә – әфлисүн төҫөндәге күлдәк, сәсемдә – ике яҡтан ап-аҡ банттар. Кисәлә Гөлдәр Ишҡыуатованың “Ҡара бесәй балаһы” йырын башҡарып, Ҡыш бабайҙан бүләк алып ҡыуанғайным. Ошо сығышымдан һуң ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Ильмира Кәримова мине сәхнәгә сығара башланы, - тип ихлас уртаҡлашты Алина Фәрит ҡыҙы. – Артабан “Юрматы йондоҙсоҡтары”, “Яҙғы тамсылар”, “Сулпылар” кеүек төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, призлы урындар алдым. Шул ваҡыттан алып йыр минең йән дуҫыма әйләнде. Әле лә отпуск ваҡытында оҙаҡ ҡына сәхнәгә сыҡмай торһам, күңелем бойоға башлай, тамашасыларҙы, коллективты, үҙ сығыштарыбыҙҙы һағынам.

Бала саҡта йырсы булам, ҙур сәхнәгә сығам, тип хыяллалған Алина Ғүмәр мәктәбендә белем алып, 7-се класҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатына уҡырға килә. Бында ла сәхнәнән төшмәй. Ләкин 9-сы класты тамамлағас, уҫмер ҡыҙҙа икеләнеү тыуа: йырсы, әллә табип һөнәрен һайларғамы?

Бар булмышы йыр-моң булғас, сәхнә үҙенә нығыраҡ тарта. Алина Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының эстрада-джаз бүлегенә имтихандар тапшыра. Уны уңышлы тамамлағас, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ошондай уҡ бүлегендә ситтән тороп уҡый. Шул уҡ ваҡытта Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй. Йыл ярым тирәһе эшләгәс, Сибайға күсеп китә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошонда дәүләт филармонияһы солисы ул. Сибай дәүләт филармонияһы артистары ай һайын гастролдәргә сыға, яңыраҡ Ҡаҙағстанға, Екатеринбургҡа ла барып ҡайтҡандар. 2024 йылда “Һөйгәндәр генә сибәр” программаһы менән республика буйлап гастролдәрҙә йөрөнөләр. Ошо сара сиктәрендә Алина Вахитова Сибай артистары менән тыуған яғына тәүге тапҡыр ҡайта. Ул саҡта концерттар Түбәнге Әрмет, Һайран, Көҙән һәм Ғүмәр ауылдарында үтте. Урындағы халыҡ сибайҙарҙы бик йылы ҡаршыланы, сығыштарҙан ҡәнәғәт ҡалды.

- Пландарға килгәндә, хыялым – үҙ концертымды ойоштороу. Был бер йыл-йыл ярымдан һуң тормошҡа ашыр, тип уйлайым, - тигәйне Алина уҙған әңгәмәлә. Ниһайәт, 2025 йылдың 28 ноябрендә Алина Вахитованың беренсе соло концерты гөрләп үтте.

- Был сараға әҙерлек ваҡытында төрлө уй-хистәр кисерелде: шатланаһың да, ҡурҡаһың да, уйланаһың да. Концертта ретро, шәхсән үҙем өсөн яҙылған һәм сит
ил телендәге йырҙарҙы башҡарҙым, дуэттар ҙа булды. Мәҫәлән, Йәғәфәр Нәҙершин һәм махсус ҡунаҡ Ян Лира менән дуэттар йырланыҡ, - тигән ҡыуанысын еткерҙе яҡташыбыҙ телефондан һөйләшкәндә. – Сығыштарҙы төрлө сағыу костюмдар, экран һәм яҡтылыҡ биҙәлеше, бейеүҙәр менән башҡарырға тырыштыҡ. Заманса тел менән әйткәндә, креатив концерт килеп сыҡты. Тамашасылар һәр бер номерҙы көслө алҡыштарға күмде, әле һаман булһа яҡшы баһа белдерәләр, ыңғай комментарий яҙалар. Популяр артистарҙың концерттары менән сағыштырыуҙары ла ҡыуаныслы. Музыканттарға, “Эдельвейс” кардобалетына, ҡуйыусы ижади төркөмгә, режиссерҙар Альмира Ҡыуатоваға һәм Динис Ширмаевҡа оло рәхмәтемде еткерәм. Ә иң ҙур рәхмәт – тамашасыға!

Алина Фәрит ҡыҙы, был шоуҙан һуң бер аҙ хәл йыйып, Өфөлә 5-6 декабрҙә үткән “Башҡорт йыры-2025” музыкаль сараһының Гала-концертында ҡатнашып ҡайта. Унда тамашасы хөкөмөнә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Тимур Рамазанов менән берлектә башҡарылған “Рәхмәт һиңә, йәнем” исемле өр-яңы дуэт тәҡдим ителә.

Әйткәндәй, ишембайҙар өсөн һөйөнөслө хәбәр. 25 ғинуарҙа районыбыҙҙа талантлы яҡташыбыҙ Алина Вахитованың концерты менән гастролдәр башланасаҡ. Килегеҙ, күрегеҙ – күңел асып ял итегеҙ!


Фото Алина ВАХИТОВА архивынан.

Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән
Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән
Тыуған яҡҡа – йырлы бүләк менән
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас