Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ғинуар , 23:14

Байрамдан изгелек бөрктө

7 ғинуарҙа ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә Ишембай халҡы өсөн Раштыуа күңел асыу сараһы ойошторолдо.

Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө

Байрамда балалар, гөр килеп, тауҙан шыуҙы, спорт һәм халыҡ уйындарында ихлас ҡатнашты. Өлкәндәр урындағы ижади коллективтарҙың концертын ҡараны – артистарға ҡушылып йырланы һәм бейене.

Ниндәй Раштыуала Яңы йыл байрамының төп геройҙары ҡатнашмай ҡалһын, ти? Был юлы ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙың шиғыр һөйләгәнен тыңланы, уларҙы татлы күстәнәстәр менән һыйланы.

- Мин Өфөнән олатай менән өләсәйемә ҡунаҡҡа килдем. Бөгөнгө байрам бик күңелле ойошторолған. Бигерәк тә тауҙан шыуыу оҡшаны. Шулай уҡ Ҡыш бабайға айыу тураһында шиғыр һөйләп, татлы күстәнәс алдым, - тигән ҡыуанысын белдерҙе Мартин Маченко.

Атаһының ҡустыһы Леонид Бессаренко баш ҡала ҡунағына бик ҡыуана, байрамдарға бергәләп йөрөргә яҡын дуҫ бар. Улар икәүләшеп төрлө сарала ҡатнашты, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Шаршы янында ғына шашка буйынса ярыш ойошторолғайны. Бейәләйһеҙ ҡулдары өшөүгә ҡарамаҫтан, балалар кәнфитте күберәк оторға тырышты.

Игеҙәктәр – Полина һәм Ярослав Чернышевтар шашка уйнап, татлы күстәнәстәр менән һыйланды. Баҡһаң, балаларҙы өйҙәрендә шашка уйнарға аталары өйрәтә икән. Өлкән Чернышев ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтендә ҡотҡарыусы булып эшләй. Игеҙәктәр уға оҡшап, көслө һәм ярҙамсыл булып үҫергә теләй.

Олораҡ балаларға мендәр тотоп көрәшеү, быйма кейеп йүгереү кеүек милли уйындар оҡшаны. Ата-әсәләре уларҙы төрлө ҡыҙыҡ ҡиәфәттә фотоға төшөрөп ҡыуанды.
Өлкәндәр ҙә үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып китте. Мәҫәлән, Гөлнара Әхмәтова байрамға ейәнсәре һәм күршеһе менән килгән.

- Мин скандинав йөрөүе менән шөғөлләнәм. Көн дә саф һауала йөрөү – күнегелгән тормош рәүеше. Быға күршемде лә өйрәттем. Һәм бөгөн байрамға ҡаланың икенсе осонан йәйәү килдек, - тип белдерҙе Гөлнара апай. – Ишембайҙа йәшәүсе халыҡҡа, афарин, тип кенә әйтә алам. Емереп эшләй ҙә, матур итеп ял итә лә беләләр. Ошо байрам көнөндә барыһына ла изгелек, шатлыҡ һәм сәләмәтлек теләп ҡалам.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Байрамдан изгелек бөрктө
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас