Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ноябрь 2025, 09:00

Бәйге тотто ағинәйҙәр

Милләтте милләт итеп танытҡан күрһәткес – ул туған тел. Сағыу образлы «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк һәм Һыуһылыу» кеүек әҫәрҙәребеҙ йәшәй икән, беҙ асылыбыҙҙы юғалтмаясаҡбыҙ – уларҙа донъяуи ғына түгел, космоэнергетик проблемалар ҙа асыҡ ярылып ята.

Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр

5 ноябрь «Ағинәй» республика йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм урындағы мәғариф идаралығы менән берлектә ойошторолған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсының муниципаль этабы үтте.

Халҡыбыҙҙың сәсенлек йолаларын дауам иткән сарала үткер һүҙле, отҡор зиһенле, йыр-моңға һәләтле һәм ҡул эштәренә оҫта ағинәйҙәр кем уҙарҙан бәйге тотто. Ысынында конкурс байрамса сағыу төҫ алды, йылы мөхиттә аһәңдәштәрҙе осраштырҙы һәм киләсәккә яҡты өмөттәр бағланы.

Конкурстан тулы репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеолары.

Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Бәйге тотто ағинәйҙәр
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас