Уйында ауылдың уҙешмәкәр артистарынан торған “Берҙәмлек” һәм “Дуҫлыҡ” командалары ҡатнашты. Кисәнең беренсе өлөшөндә улар үҙҙәре менән таныштырып үтте.
Алып барыусы ҡысҡаса Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнөң тарихы тураһында һөйләне. Унан командаларға һорауҙар бирелде. Һораузарҙар Халык-ара берҙәмлек көнөнә, Башҡортостан тарихына һәм төрлө ҡыҙыҡлы темаларға арналды. Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Командалар һорауҙарға яуап биреп, тарихҡа битараф булмауҙарын күрһәтте. Мәрәйҙәр һаны буйынса “Берҙәмлек” командаһы саҡ ҡына алға китһә лә, Берҙәмлек көнө булғанлыҡтан “Дуҫлыҡ” та, “Берҙәмлек” тә еңде тип килеште ҡатнашыусылар.