Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2025, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡолғона ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының изге йолаларын, алтын ҡомартҡыларыбыҙҙы киләсәк быуынға еткереү маҡсатында туй йолаһы башҡарҙы. Йоланы киленде һыу юлына алып барыуҙан башланылар.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Йәш киленгә һыу юлын уның бикәсе башланы. Ә инде һыу буйында ҡунаҡтарҙы күршеләре, ауылдаштары йыр-бейеү, өҫтәл тулы аш-һыу менән ҡаршы алдылар.
 
Барлыҡ ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып сәләмләү һүҙе әйткәндән һуң, артабан һүҙҙе художество етәксеһе һыу юлы йолаһын үткәреү тураһында бер аҙ һөйләп үтте. Шишмәнән һыу алыр алдынан алып барыусылар: “Мине алма тәңкәне ал, киленде йотма мине йот”, тип шишмәгә тәңкә ырғытып, киленгә изге теләктәрен еткерҙе.
 
Еңгәйҙәр ҙә үҙ сиратында килен кешегә, килен булып төшкән ереңә таштай-ҡомдай бат, тип изге теләктәрен теләне. Артабан мөнәжәт йырлап һыу юлынан ҡайтырға сыҡтылар.

Килен-килен киленсәк булма улай оялсан,
Ҡайныңды ла хөрмәт ит, ҡәйнәңде лә хөрмәт ит,
Ирең йоҡонан тороуға, аш-һыуыңды әҙер ит.

Ошондай күркәм йолаларыбыҙ онотолмаһын, йәштәрҙең тормошонда бер тапҡыр ғына була һәм мәңге иҫтә ҡала торған йәшлек туйҙары матур хәтирә булып ҡалһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
 
 
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор: Ҡолғона социаль мәҙәни үҙәк.
Читайте нас