Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2025, 09:00

Оло эҙ ҡалдырған шәхес

.

Оло эҙ ҡалдырған шәхесОло эҙ ҡалдырған шәхес
Оло эҙ ҡалдырған шәхес

Этҡоломдоң тәбиғәте матур,
Әйтерһең дә, ожмах урыны!
Йәшәгәндәр бында борондан
Ерен һөйгән халҡым быуыны.
Китмәм кеүек ине ташлап,
Яҙмыш ҡына беҙҙән һорамай,
Һағынып киләм шуға ашығып,
Һис бер нәмәгә лә ҡарамай.

Бына ошо шиғыр юлдары менән башланып китте Этҡол ауылы моделле китапханһында уҙған “Ғүмер юлдарымда осрағандар” тип исемләнгән
шиғырҙар йыйынтығының презентацияһы. Был юлдарҙың авторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифы, профсоюзы алдынғыһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премия лауреаты Роза Ғәбдрәүф ҡыҙы Маннанова. Ул Этҡол ауылының, Этҡол урта мәктәбенең тарихында оло эҙ ҡалдырған шәхес. 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған легендар уҡытыусы, Юғары Этҡол урта мәктәбендә йөҙәрләгән
балалар уҡытып сығарған ҙур йөрәкле, һәләтле педагог, тиҫтәләгән уҡытыусылар съезы, төрлө конференциялар делегаты, Башҡортостан гәзит-журналдарының әүҙем яҙышыусыһы булып хәтерҙә ҡалған Роза Ғәбдрәүф ҡыҙы. Шулай уҡ Роза Маннанова шиғырҙар ҙа ижад итә. Был йыйынтыҡ уның ҡыҙы Ләлә Нәжип ҡыҙы һәм ауылдашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева тырышлығы менән
нәшер ителде. Шиғырҙарҙың геройҙары беҙҙең яҡташтар, сал тарихта ҡалған шәхестәр. Автор күңел түрендәге юлдар аша улар иҫтәлеген яңырта, хәтәр заманаларға тура килгән шәхестәрҙең тормошон бәйән итә. Шулай уҡ күп шиғырҙары Этҡол ауылына, Этҡол урта мәктәбенә, уҡыусыларына бәйле.

Роза Маннанованың ижадында ил тарихы, шәхес культы менән үрелеп барған ғаилә тарихы ҙур урын алған. Был шиғыр юлдарын уҡығанда бер ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән кешеләрҙең яҙмышы ниндәй аяныслы булғанлығын күрәһең. Үткәндәрҙе иҫтә тотоу килер көндәр өсөн кәрәкле икәне һыҙыҡ өҫтөнә алына, автор тормош ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.

Ошо осорҙо сағылдырған “1937-лә” шиғырын Ғәниә Ғилванова уҡыған саҡта сарала йыйылыусыларҙың күҙҙәренә йәштәр тығылды.

Роза Маннанованың ижадында Бөйөк Ватан һуғышы айырым урын биләй. Фашист илбаҫарҙарына нәфрәт, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, атайҙарын, улдарын, ирҙәрен юғалтҡан әсәләрҙең, балаларҙың ҡайғы-хәсрәттәре шиғыр юлдарында сағылыш тапҡан. Китапхананың иң әүҙем китап уҡыусыларының береһе Рамазан ағай Кәлимуллин Роза Ғәбдрәүф ҡыҙының Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙарының береһен уҡып ишеттерҙе.

Тыуған яҡ, изге төйәк һәр кем өсөн ҡәҙерле, илһам ала торған бер сығанаҡ. Роза апаның ижадында тыуған ауылы – Көҙәненә, изге тау – Торатауға бағышланған шиғырҙар бар. Беҙгә айырыуса “Һағынам Этҡоломдо” шиғыры ҡәҙерле. Ошо шиғыры аша беҙ тыуған ауылыбыҙҙың хозур тәбиғәтен, тырыш, матур кешеләрен танып беләбеҙ.

Оҙайлы йылдар буйы мәктәп тормошо, үҙе уҡытҡан балалар яҙмышы менән янып йәшәү шиғырҙарҙа авторҙың ихласлыҡ, ҡабатланмаҫ күңел йылыһы менән тулы хистәрендә сағыла. Роза Ғәбдрәүф ҡыҙының уҡытыусы һөнәренә, уҡыусыларына бағышланған шиғырҙарында сараға килгән уҡыусылары үҙҙәрен танығандай булды.

Иң бәхетле уҡытыусы –
Бәләкәйҙәр янында.
Бар өйрәткәндәре ҡала
Уларҙың саф аңында.
Уҡытыусы улар өсөн –
Изгеләрҙән изгеһе.
Уҡытыусы улар өсөн –
Матур тормош өлгөһө.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Булат ҡыҙы Сөйәрғолова “Кешелекле кеше булайыҡ” шиғырын уҡып, Роза Маннанованың “кешелеклелек” һүҙенә ниндәй ҙур мәғәнә һалыуын асып бирҙе. Шулай уҡ был сараға Роза Ғәбдрәүф ҡыҙының хеҙмәттәштәре, ауылдаштары ла килгәйне.

Улар тағы ла бер тапҡыр легендар уҡытыусы, оло шәхес тураһындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Роза Маннанованың “Ғүмер юлдарымда осрағандар” шиғырҙар йыйынтығының презентацияһы киләсәк быуындарға аманат булып яңғыраған “Туған телде һаҡлайыҡ!” шиғыры менән тамамланды.

Туған телле халыҡ ҡына
Ерҙә ерле буласаҡ.
Үҙ туған теле булғандар
Киләсәккә ҡаласаҡ.
Әсә теле – тыуған ил ул,
Был хәҡиҡәт – яҙылған.
Тыуған илде яҡлағандар
Сал тарихҡа яҙылған.

 


Автор фотолары.

Оло эҙ ҡалдырған шәхес
Оло эҙ ҡалдырған шәхес
Оло эҙ ҡалдырған шәхес
Оло эҙ ҡалдырған шәхес
Оло эҙ ҡалдырған шәхес
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас