

Башҡортостан һуңғы йылдарҙа республиканың алыҫ ауылдарында урынлашҡан заманса китапханалары, шулай уҡ ҡалаларҙа һәм ауылдарҙағы яңыртылған мәҙәниәт йорттары менән маҡтана ала. Быларҙың барыһы ла - төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған мәҙәниәт объекттарын үҙгәртеп ҡороу буйынса системалы эштең бер өлөшө. Былтыр Радий Фәрит улы һуңғы биш йылда республикала мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә 62 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеүен хәбәр итте.
- Эш сәфәрҙәре менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халыҡ клубтарҙы яңыртыуға ярҙам һорай. Тимәк, ауылдарыбыҙҙа мәҙәни тормош туҡтап ҡалмаған. Бындай учреждениелар базаһында ижади коллективтар үҫешә, ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла. Был башланғыстарға ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм республика райондарында мәҙәни үҙәктәрҙе яңыртыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Был йүнәлештә сифатлы үҙгәрештәр Ишембай районында ла күҙәтелә. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова эш сәфәре барышында районыбыҙҙың мәҙәниәт учреждениеларында булды. Әминә Ивний ҡыҙы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортонда башланған капиталь ремонт барышын ҡараны. Был эштәр “Ғаилә” милли проекты, “Ғаилә ҡиммәттәре, инфраструктура, мәҙәниәт” федераль проекты, “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарыла. Бөгөнгө көндә мәҙәниәт йортонда ҡыйыҡ эштәре тамамланған, бина фасадына металл сайдинг ҡуйыу дауам итә. Бина эсендә гипсокартон конструкцияларын монтажлау бара, эске йылытыу системаһын монтажлау эштәре башланған. Эште “Альянс” ойошмаһы алып бара.
Артабанғы объект - 2023 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ремонтланған Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл мәҙәниәт йорто. Ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһы 2025 йылда “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә моделле китапханалар булдырыу конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Төҙөкләндереү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Әлеге ваҡытта уҡыу зонаһы, коворкинг, “Тау батшаһы” балалар зонаһы, конференц-холл, абонемент релакс, фитобар һәм “Тау бүләктәре” күргәҙмә майҙансығы ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер. Тантаналы асыу сараһы ошо йылдың авгусына планлаштырылған.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Гөлгөнә Ибрасова төҙөкләндерелгән мәҙәниәт усағы менән ҡәнәғәт:
- Клубҡа матур ремонт эшләнде, ошондай гүзәллеккә күңел шатлана. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән беҙ төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Халыҡ та беҙгә күберәк йөрөй башланы.
Мәҙәниәт йорто мөдире Ләлә Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, мәҙәниәт усағында эш гөрләй.
- 2023 йылда беҙҙең клубта ҙур ремонт үтте, хәҙер ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Мәҙәниәт йортонда 13 түңәрәк эшләй. Ололар ҙа, балалар ҙа дәртләнеп бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тиҙҙән беҙҙә яңы быуын китапханаһы асыласаҡ, беҙ быға бик шатбыҙ. Хәҙер тағы ла дәртләнеберәк эшләргә генә ҡала, - тине ул.
Мәҙәниәт йорттарын ҡарағандан һуң, Әминә Шафиҡова эш барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе:
- Бөгөн эш сәфәре барышында Ишембай районының ҡайһы бер учреждениеларында булдым. Беҙ халыҡ, райондың талантлы кешеләре өсөн уңайлы мәҙәни мөхит
булдырыу буйынса ҙур эш алып барабыҙ. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында күп коллектив шөғөлләнгән клуб ремонтланды. «Ғаилә»
милли проекты, «Ғаилә ҡиммәттәре, инфраструктура, мәҙәниәт» федераль проекты сиктәрендә яңы быуын китапханалары булдырабыҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Ишембай районы бөгөн яңы быуын китапханалары һаны буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Был урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеге тураһында һөйләй, улар программаларҙа теләп ҡатнаша. Шулай уҡ урындағы хакимиәттең ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Яйға һалынған эш һөҙөмтәһе арҡаһында мәҙәниәт объекттарын реконструкциялауға финанс бүленә, - тине ул. – Бөгөн беҙ Кинйәбулат ауыл клубында ла булдыҡ. Күп йыллыҡ тарихы булған был клубта күп тиҫтә йылдар дауамында әүҙем халыҡ шөғөлләнә. Беҙҙең бурысыбыҙ һәм эшебеҙ – кешеләрҙең йәшенә ҡарамай, балалармы, йәштәрме, өлкәндәрме, ғаиләләре менән килеп, үҙҙәренә оҡшаған
шөғөлдәр менән мауыҡһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Яҡын арала унда яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа килер, тип уйлайым, сөнки китапхана өсөн ҙур бина, матур хореография залы бар. Дөйөм алғанда, бик матур объект буласаҡ. Мәҙәни киңлектәге бындай үҙгәрештәр ауыл халҡының тормошон ҡыҙыҡлыраҡ һәм күңеллерәк итәсәк, тип ышанам.
Автор фотолары.