

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа шәжәрә байрамдарын үткәреү, йәғни туғанлыҡ тамырҙарын барлау йолаға әүерелеп, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты.
Шәжәрә байрамдары нәҫел тамырҙарын барлау, ете быуын ата-бабаларҙы асыҡлап, быға тиклем бер-береһен күреп белмәгән туғандарҙы осраштырып, яҡындан күрештереү, балаларҙы үҙ-ара таныштырыу маҡсатында үткәрелә.
Рәүҙәк йылғаһы буйында байрам ойоштороуҙа, шәжәрәне теүәлләп, туғандарҙы табып, нәҫҽл ырыуы өсөн янып йөрөгән Иршат Абделхаҡ улы Аҡҡоловтың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ Вил, Айрат, Роберт Аҡҡоловтар, Рауил Хисмәтуллин, Рафаил Аминев шәжәрә байрамын ойоштороуға күп көс һалды.
Байрамға йыйылған халыҡ иң тәүҙә беҙҙең аранан баҡыйлыҡҡа күскән туғандарын иҫкә алып, ауылыбыҙ зыяратына барып, мәсеткә кереп бөтә ырыуҙарына, илебеҙгә яҡты көндәр, тыныс тормош теләп доға ҡылды.
Ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙ клубында ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алдыҡ. Байрам ауылдашыбыҙ Ғаяз Аминев башҡарыуында ҡурай моңо менән башланып китте. Тәүге һүҙ иң өлкән йәштәге Миҙхәт Абделғәлим улы Аҡҡоловҡа бирелде.
Һәр ғаиләнән берәү нәҫҽл-ырыу, шәжәрә хаҡында бик ҽнтҽклҽ итҽп һөйләп үттҽ. Шәжәрә байрамы йыр-бҽйҽү мҽнән бҽргә үрҽлҽп барҙы.
Байрамдың икенсе өлөшө күңелле итеп дауам итте. Балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарылды.
Шәжәрә байрамы бик ойошҡан рәүештә, матур итеп төҙөлгән сценарий буйынса бер тында үтеп китте.