Мәҙәниәт
22 Июнь 2025, 13:00

Районда тағы бер заманса китапхана

“Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты сиктәрендә УрманБишҡаҙаҡ ауылында яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа килде.

Районда тағы бер заманса китапханаРайонда тағы бер заманса китапхана
Районда тағы бер заманса китапхана

Бындай яңы моделле китапханалар быға тиклем Үрге Этҡол ауылында һәм ҡалала булдырылып, район халҡы араһында ҙур популярлыҡ яуланы һәм бөгөнгө көндә бик уңышлы эшләп килә.

- 2023 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йорто бинаһына тулыһынса капиталь ремонт эшләнде. Был үҙ сиратында беҙгә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, һигеҙ миллион һум аҡса отоп, яңы быуын китапханаһын булдырыу мөмкинлеген бирҙе. Федераль конкурстың талаптары буйынса, нәҡ китапхана бинаһы капиталь ремонт кисергән булырға тейеш. Конкурсҡа документтар тапшырғанда уҡ  туризм йәһәтенән дә йүнәлешкә иғтибар бирергә тырыштыҡ. Сөнки “Торатау” геопаркына яҡын урынлашыу, китапханаға туристарҙы йәлеп итеү өсөн бик отошло булды. Мәскәүҙән дизайнер Артем Жданов килеп, һәр нәмәгә ижади ҡараш менән, китапхананың дизайнын булдырҙы, - тип белдерҙе Ишембай китапханалар селтәре директоры Айгөл Ҡәҙерғолова.

Әлеге мәлдә китапхана тулыһынса яңырыу кисергән. Бында ололарға ла, балаларға ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған төрлө уңайлы мөйөштәр, уҡыу залдары, коворкинг залы, уйын майҙансыҡтары, фитобар, күргәҙмә урыны булдырылған, матур тышлы өр-яңы китаптар алынған. Конференция залына ноутбуктар, компьютерҙар, интерактив таҡта алынған. Бында яҡын киләсәктә вебинарҙар, онлайн-осрашыуҙар һәм башҡа саралар үткәреү күҙаллана. Ауыл халҡы ҡалаға бармайынса, китапханаға килеп коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй аласаҡ. Алдағы көндәрҙә виртуаль аттракцион килтереләсәк. Ҡунаҡтар тауға күтәрелмәй генә күҙлек аша Торатауҙы, уның эргә-тирәһен ҡарай аласаҡ.

“Торатау” геопаркына яҡын урынлашҡанға күрә яңы быуын китапханаһы туризм йәһәтенән дә әүҙем эшләйәсәк. Бында Торатау ҡунаҡтары тәҙрәнән тауҙы күҙәтеп, китаптар уҡып, төрлө шифалы үләнле сәйҙәр эсеп, рухи ял аласаҡ. Тау һүрәте менән футболкалар һәм башҡа сувенирҙар эшләп ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ.

Китапхананы рәсми асыу август аҙаҡтарына планлаштырылһа ла, китап уҡырға йөрөүселәр әле лә байтаҡ.

- Был ваҡиға беҙҙең ауыл халҡы өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Китапханасыбыҙ Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы килгән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Саҡ ҡына буш ваҡытыбыҙ табылдымы балалар менән ошонда килеп, китаптар уҡып, каникулды файҙалы үткәрергә тырышабыҙ, - ти Айгизә Мырҙабаева.

Ғөмүмән, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһынан элек-электән кеше өҙөлмәй. Бында ауыл халҡы өсөн төрлө саралар, конкурстар үткәрелә. Балаларға милли йолалар, ғөрөфғәҙәттәр күрһәтелә.

- Хәҙер китапханабыҙ яҡтырып, матурланып, балҡып тора. Төрлө матур китаптар килде. Барыһын да китапханала көтөп ҡалам. Килеп, китап уҡып, рухи ял алһындар, - тип белдерҙе Фәйрүзә Арыҫланғәлина.

 


Автор фотолары.

Районда тағы бер заманса китапхана
Районда тағы бер заманса китапхана
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас