

Фестиваль Илеш районында үтте, унда 48 коллектив һәм 40 биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы ҡатнашты.
«Миләш» фольклор коллективы «Әбейҙәр сыуағы» башҡорт йолаһы менән сығыш яһаны. Конкурста Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы Рәжәп Килмөхәмәтов «Концертмейстер оҫталығы өсөн» дипломы һәм художество етәксеһе Регина Дәүләтова «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте өсөн» дипломы һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
Бынан тыш мәҙәниәт йортоноң «Зөбәржәт» башҡорт халыҡ театры 25-27 апрелдә Октябрьский ҡалаһында үткән «Алтын тирмә» милли театрҙар фестивалендә «Әсир» спектакле менән уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Коллектив ике номинацияла билдәләнде.
Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтарын ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар Кинйәбулат мәҙәниәт йорто архивынан