

Кисә театраллаштырылған тамашанан башланып китте. Ауылдың үҙешмәкәр артистары әҙерләгән йырҙар, бейеүҙәрен халыҡ ихлас күңелдән ҡараны.
Концертта ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Хәлиуллин Ринат Хөснөтдин улының гармунда өҙҙөрөп уйнауы, йырлауы, Зәйнәгәбдинова Зилә апайҙың моңло тауышы, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының “Алтынай” өлгөлө бейеү коллективы бейеүселәре Хәсәнова Алһыуҙың өҙҙөрә баҫып татар ҡыҙҙары, Ишмөхәмәтова Раяна башҡарыуында “Урал батыр” бейеүе халыҡ күңеленә хуш килде. Тамаша залын тултырып килгән халыҡ артистарҙы алҡыштарға күмде.