

Бөгөнгө көндә Рузалия Ниғмәтуллинаның ижады ишембайҙарға ғына түгел, республика халҡына ла бик яҡшы таныш. Һәүәҫкәр шағирә Ҡанаҡай ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Ижадҡа ынтылыуы ла нәҫелдән килә. Заманында атаһы таҡмаҡ әйтеүгә оҫта булған, шиғри тел менән һөйләгән. Бер туған ағаһы Ишҡәле Дәминов та шиғырҙар яҙа. Ҡыҙ ҙа бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Әммә ижадҡа ул ғаилә ҡорғас килә һәм шиғырҙарын тотоп, күп таланттарҙы асҡан, ҡәләм тибрәтеүселәрҙе берләштергән Салауат ҡалаһындағы «Сатҡылар» ижади берекмәһенә бара.
- Төҫкә-башҡа һылыу, нескә күңелле генә Рузалияның ойошмабыҙға беренсе тапҡыр килеп инеүе һаман да күҙ алдында. Барыбыҙ ҙа уны яратып ҡабул иттек. Тәүге шиғырҙарын ул беҙҙә башланы, йырҙарын яҙҙырҙы. Рузалияның ижады үҙенсәлекле, халыҡсан һутлы тел менән яҙылған. Шиғырҙарында ул донъяға саф күңел, асыҡ ҡараш менән баға, тормош матурлығын бар нескәлектәрендә тасуирлай. Ул тормошто үҙенсә ярата, уның матурлығын үҙенсә яҡтырта. Йырҙарын да, үҙенә генә хас моңон да халыҡ бик яратып ҡабул итте, - тине сәхнәнән «Сатҡылар» ижади берекмәһе етәксеһе Нәзирә Ишҡолова.
Рузалия Ниғмәтуллинаның шиғырҙары тыуған яҡ гүзәллегенә, тоғро мөхәббәткә, әсәлек хистәренә бағышланған.
Тәүге шиғырҙар йыйынтығын шағирә «Күңелем төпкөлөнән» тип атаған. Күп кенә шиғырҙарына ул көйҙәр ҙә һалған. Әйткәндәй, Рузалия Ғарифулла ҡыҙы тәүге йырын тыуған ауылы Ҡанаҡайға бағышлай. Тормошҡа Ишәй ауылы егетенә сыҡҡанға күрә, ауылынан бүленеп киткәндәй тойғолар кисереп, “Бүленгән икмәк” тигән шиғыр яҙа, артынса көйө лә тыуа. Тап ошо йырын кисәлә һәүәҫкәр йырсы Хәнә Мырҙағолова башҡарҙы. Әлеге мәлдә Рузалия Ниғмәтуллинаның ике тиҫтәгә яҡын йыры бар. Улар бигерәк тә йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай. Автор үҙе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, лайыҡлы урындарға лайыҡ була.
Яңы китабы менән тәбрикләргә Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡәләмдәш дуҫтары, ауылдаштары, туғандары килгәйне. Улар барыһы ла шағирәнең сағыу ижады хаҡында әйтте, уға артабан ижади уңыштар теләне. Бер туған ағайы, ике китап авторы Ишҡәле Дәминов һеңлеһен ҡотлап йыр башҡарҙы. Сара Ишәй мәҙәниәт йорто артистарының, балаларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.
- «Тәңрем бүләге - яҙмыш» тип аталған шиғырҙар йыйынтығымда тыуған яғым тәбиғәтенә һоҡланыу, дан йырлау, ғорурланыу сағыла. Унда замана менән бергә кешеләрҙең үҙгәреүе, кешелеклектең кәмеүенә борсолоу, үткән ғүмер тураһында уйланыу, киләсәгемә яҡты өмөттәр бағлау, күңел түрендәге мәңгелек һөйөүгә һәм ҡөҙрәтле Аллаһы Тәғәләбеҙгә һәр тыуған көн өсөн дан йырлау, шөкөр итеү урын алған. Бөгөнгө байрамға килгән барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм. Әйткән йылы һүҙҙәрегеҙ миңә ҡанат ҡуйҙы, тағы ла ижад итергә дәрт бирҙе. Ә был минең өсөн үҙе ҙур уңыш! - тине Рузалия Ғарифулла ҡыҙы сараны йомғаҡлап.
Шағирәнең баҫтырыуға тағы ла бер шәлкем шиғырҙары йыйылған. Киләсәктә балалар өсөн китап сығарырға, тигән ниәте лә бар. Беҙ ҙә яҡташыбыҙға ижад шишмәһенең ҡоромауын, китап һөйөүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.
Автор фотолары.