Мәҙәниәт
24 Марта 2025, 06:00

Ауыл хәбәрҙәре

Көн төндө ҡыуып еткән ваҡытында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ яҙҙы - Наурызды ҡаршылағандар. Һәр кемматур теләктәрен уға әйтеп ҡалырға тырышҡан. Был көндө малайҙар, ҡыҙҙар өйҙән өйгә йөрөп, хужаларға таҡмаҡтар әйткән, байрам менән ҡотлаған, теләк теләп, һый-хөрмәт йыйып йөрөгән.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

22 март көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто эргәһендә ауылдаштар менән «Наурыз байрамы»н үткәрҙек.

Йыр-бейеү, уйын-көлкө, һынамыштар, йомаҡтар әйтешеү, байрам хужаһы – Наурызбикәнең килеүе - былар барыһы ла байрамға йәм өҫтәне. Ҡатнашыусыларға бигерәк тә “Ҡоймаҡтар” уйын-йыры, ярыштар оҡшаны.

Байрам һуңында теләктәр теләп, байрам бутҡаһынан ауыҙ иттек.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас