Кинйәбулат урта мәктәбенән "4 К", Көҙәндән - "Шилмалар", Сәлихтән - "Калхуз", Ишәй мәктәбенән "Саялар" командалары шаяртыуҙа үҙ-ара көс һынашты.
Һәр бер команда һүҙ оҫталығы аша фристайл һәм визитканы атҡарып сыҡты. Уйын бик ҡыҙыҡлы булды.
Һөҙөмтәлә, Кинйәбулат мәктәбенең "4 К" командаһы еңеүсе булды. Афариндар! Еңеүселәргә Шаян-Лигаһы рәйесе Урал Кәримов Өфө ҡалаһы буйлап ике этажлы автобуста экскурсия менән йөрөү мөмкинлеген бүләк итте.
"Шилмалар" - икенсе, "Калхуз" командаһы өсөнсө булды.
Автор фотолары һәм https://vk.com/kdm_102