Ошо көндәрҙә Флюрә апай Иҫәкәй ауыл клубында теләге булғандар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, ә икенсе көнөнә үҙе торған йортҡа - Күсәрбай ауылына алып ҡайтып, станокта балаҫ һуғыу, биҙәктәр һалыу нескәлектәрен өйрәтте. Уның өйөндә ниндәй генә төрлө балаҫ юҡ!
Яратып һуҡҡан – нағыш, теләмәй һуҡҡан – ялғыш, тигән әйтемдә балаҫ һуғыусының эше мөхәббәт һәм тырышлыҡ емеше икәне сағыла. Аҫалы балаҫтар һуғыу оҫталыҡтарын, әлбиттә, әле өйрәнергә лә өйрәнергә беҙгә. Шулай уҡ Иҫәкәй клубы мөдире Мәҙинә Алтынбаеваға беҙҙе оҫталыҡ дәресенә саҡырғаны өсөн рәхмәтлебеҙ, ә Флүрә апайға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Автор фотолары.