Бәхет өсөн күп кәрәкме тиҙәр,
Әҙенә мин риза түгелмен.
Йәшәр өсөн тыуғас был донъяға,
Бәхеттәрем ашып түгелһен.
Ғаиләм дә минең иҫән булһын,
Татыу булһын туған-тумасам.
Ни ҡыҙығы юҡһа, күҙҙәреңдә,
Бәхет уты балҡып тормаһа.
Шөкөр итә беләм булғанына,
Тик бәхеттең булмай артығы.
Көндөҙ ҡояш көлөп һөйөндөрһөн.
Ә төндәрен айҙың яҡтыһы.
Һөйөүҙе лә өйөп бирһен Хоҙай,
Күкрәгемә минең тултырып.
Йәшәү рәхәт, тормош шундай матур,
Зарланмайыҡ әле ултырып.
Барыбыҙға Хоҙай бәхет бирһен,
Ныҡып-ныҡып, төйөп тултырып.
Айһылыу Вахитова фотоһы