Ҡоймаҡ күп халыҡтарҙа киң таралған, яратып ашалған ризыҡ.
Байрамда ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләрҽ тарафынан ниндәй генә ҡоймаҡтар ҡойолмағайны. Әсеһе лә, сөсөһө лә, ҡалын итеп ҡойолғаны ла, йоҡа ғына үтә күренмәлеһе лә, төрөлгәне лә бар ине. Һәр береһе телеңде йоторлоҡ!
Һәр кемдең үҙе генә белеп бешергән рецептары, сере бар. Оҫта хужабикәләр бешереү серҙәре менән дә бүлеште. Байрам ҡоймаҡлап, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.