Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар , 08:00

Һулҡылдап та илаған саҡ була...

.

Һулҡылдап та илаған саҡ була...
Һулҡылдап та илаған саҡ була...

Һулҡылдап та илаған саҡ була
Күңел тулып көнгә бер нисә.
Үтермен дә тимә ғүмер юлын
Күҙ йәшенең тәмен белмәйсә.

Туҡтай алмай көлгән мәлдәр була
Бәләкәй генә берәр шатлыҡтан.
Ауыҙ бит ул йырылырға тора
Һөйөнөргә сәбәп барлыҡтан.

Ҡыуанаһың шулай юҡ-барға ла,
Бара кеүек тормош яй ғына.
Үтә күренмәле генә шул ул
Аралары шатлыҡ-ҡайғының.

Бер илата донъя, бер көлдөрә...
Туҡмап ала... Тағын йыуата.
Әҙәм балаларын яҙмыш шулай
Ҡурсаҡ урынына уйната...

 

Гөлнур Артыҡаева фотоһы

Автор:Физәлия Дәүләтгәрәева
Читайте нас: