-4 °С
Болотло
Һәр кешегә ярап булмай,
Теләк тә юҡ ярарға.
Кем оҡшатмай - урап үтһен,
Килдем шундай уйҙарға.
Дошман күргән йөҙөн борһон
Үткәндә йәнәшәмдән.
Мин яҡтылыҡ эҙләмәйем
Мунсала янған шәмдән.
Үҙ донъямды яҡтыртырлыҡ,
Шөкөр, бар үҙ ҡояшым.
Һәр кем хәленән килгәнсә
Яҡтырта үҙ донъяһын!