Бер көн килеп ғәфү һораһалар,
Кисерә күр, берүк уларҙы
Бер йылы һүҙ етә был донъяла
Яҡынайтыу өсөн араны.
Ярҙам һорап әгәр ҡулын һуҙһа
Ярҙамыңдан берүк ташлама
Кемдәр белә ошо көндән һуң үк
Бәхеткәйең һинең башлана.
Талсыҡҡанда һыу һораһа, әгәр
"Юҡ", тип уны борма кирегә
Килер бер көн ошо бәндә һиңә
Әҙер торор ғүмерен бирергә.
"Хәйерсе!" тип ҡырын ҡарама һин
Байлыҡ бит ул бары бер көнлөк
Белеп булмай бәлки иртәгәһен
Биләп алыр һине бөлгөнлөк.