Яңы йыл алдынан ҡалабыҙҙа йылда ойошторолған был сара һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итә. Шулай булмай һуң, урам тултырып бер сафта атлаған тиҫтәләгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, әкиәт геройҙарын бер юлы осрат әле!
Парад Ленин исемендәге майҙанда старт алды. Аҙаҡ бөтәһе бергә мәҙәниәт һәм ял үҙәк паркына юлланды. Юлда әкиәт геройҙарына ҡала халҡы ла бик ихлас ҡушылды.
Паркта иһә һәр кем төрлө уйындарҙа ҡатнашып, татлы бүләктәр алды.
Алена Чернова фотолары.